Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Сентябрь 2021, 10:40

Баланлы миләш ҡайнатмаһы

#Һаҡмар_рецептар Әле балан менән миләштең бешкән сағы. Әйҙәгеҙ, ҡайнатма әҙерләйек!

Был ҡайнатманы әҙерләр өсөн 5 л балан, 3 л миләш, 4 кг шәкәр, 1 стакан һыу кәрәк була. 

Башта балан менән миләште 30 минут ҡайнатып алабыҙ ҙа һөҙәбеҙ. 

Хәҙер инде 4-5 сәғәт көтөп торабыҙ. 

Ҡайнатманы бешерергә ваҡыт етте. Шәкәр ҡомон һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатабыҙ. 

Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытырға ғына ҡалды. 

Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле, бәхетегеҙ тулы булһын! 

 

Рецепты алһағыҙ, сығанағын күрһәтергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: