+14 °С
Болотло
5 кг кәбеҫтә, 0,5 кг сөгөлдөр, 1 әсе борос, 1 керән тамыры. Тоҙлама өсөн кәрәк: 1,2 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 лавр япрағы, 5 түңәрәк ҡара борос.
Кәбеҫтәнең ҙурлығына ҡарап, 6-8 өлөшкә бүләбеҙ. Сөгөлдөрҙө нәҙек кенә итеп түңәрәктәргә ҡырҡабыҙ. Керән тамырын ваҡлайбыҙ. Тоҙламаны әҙерләйбеҙ: һыуға тоҙ һәм тәмләткестәрҙе һалып, 15 минуттай ҡайнатып алабыҙ. Кәбеҫтәләрҙе сөгөлдөр менән ҡуша стерилләнгән банкаларға һалабыҙ, өҫтөнә тоҙлама ҡоябыҙ һәм капрон крышка менән ябабыҙ. Комната температураһында 3 көн тотҡас, һалҡын урынға ҡуйырға.
фото интернеттан.