Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Сентябрь 2021, 18:41

Теплицаңды ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеңме?

Теплицанан уңышты алып бөттөк. Хәҙер инде уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ваҡыт етте.

 

Башта барлыҡ үҫентеләрен йолҡоп сығарып ташлағыҙ. Унан теплицаның тупрағын 7 сантиметр тирәһе һыҙырып сығарып түгер кәрәк. Тупраҡ өҫтөндәге ҡоротҡостарҙың күбеһен ошолай юҡ итеп була. Һуңынан ерҙе яҡшылап ҡаҙып сығырға ла була. 

Теплицаның эске яғын йылымыс һыу менән кер һабыны ярҙамында йыуып алыу ҙа зарар итмәҫ. Әгәр үҫентеләр сирләгән булһа, шул ауырыуға ҡаршы препаратты ла һыуға ҡушығыҙ. Аҙаҡ таҙа һыу менән поликарбонатты һөртөп алығыҙ. 

Полкарбонатты сатнатмаҫ йә сыймаҫ өсөн йомшаҡ сепрәкте ҡулланығыҙ. 

Теплицаның кипкәнен көтөп тә тормайынса ишектәрен, форточкаларын ябып, булған тишектәрентомалап, эсендә көкөрт шашкаһын (серная шашка) яндырығыҙ. Биш көндән һуң яҡшылап елләтергә лә була. Зыян һалыусы бөжәктәрҙең үлеп бөтөүентеләһәгеҙ, шулай уҡ көҙгө һалҡындарҙа ишек, форточкаларын асып ҡуйырға ла була. Ошолай иткәндә поликарбонатҡа боҙ ҙа туңмаҫ, ҡышын ҡар ҙа ятмаҫ. 

Сығанаҡ: https://vk.com/avulselo 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: