Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Сентябрь , 12:00

Кәбеҫтәнән солянка

Кәбеҫтәләрҙе эшкәртер ваҡыт етте. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға кәбеҫтәнән бик тәмле, шул уҡ ваҡытта еңел ысул менән солянка әҙерләргә өйрәтәбеҙ.Ингредиенттар:3 кг кәбеҫтә, 2-шәр кг һуған, кишер һәм помидор, 3-4 лавр япрағы, 500 мл көнбағыш майы, 2 аш ҡ. тоҙ, 1 шәр аш ҡ. шәкәр һәм 9% лы һеркә, 1 балғалаҡ бөртөклө ҡара борос.Әҙерләү:

Кәбеҫтәләрҙе эшкәртер ваҡыт етте. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға кәбеҫтәнән бик тәмле, шул уҡ ваҡытта еңел ысул менән солянка әҙерләргә өйрәтәбеҙ.


Ингредиенттар:
3 кг кәбеҫтә

2-шәр кг һуған, кишер һәм помидор

3-4 лавр япрағы

500 мл көнбағыш майы

2 аш ҡ. тоҙ

1 шәр аш ҡ. шәкәр һәм 9% лы һеркә

1 балғалаҡ бөртөклө ҡара борос
Әҙерләү:


Кәбеҫтәне туҡмаслап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярым ҡулсаларға ҡырҡырға. Помидорҙы өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп бешекләп, тиреһен алып, 4 өлөшкә турарға. Барыһын да кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр һәм май ҡойоп, яҡшылап бутап 1 сәғәт тирәһе талғын утта бешерергә. Бешеп сығырға 10 минут тирәһе ҡалғас, лавр, борос һәм һеркә өҫтәп, тағы берҙе бутап, стерилле банкаларға эҫе көйгә тултырырға һәм ҡапҡас ҡаплап һалҡын урынға ҡуйырға.
Тормоштар йәмле, аштарыбыҙ тәмле булһын!

Фото интернеттан алынды.

Кәбеҫтәнән солянка
Автор:Лилия Такаева