Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Сентябрь 2021, 12:01

Баклажандан тәмле аш

Баклажандан шундай тәмле ризыҡ әҙерләп, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөгөҙ әле. Уның өсөн баклажан – 1 дана, тауыҡтың аҡ ите – 250 гр, помидор – 1-2 дана, ҡаты сыр – 60 гр, тәменә ҡарап тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк була.

Баклажан – 1 дана, тауыҡтың аҡ ите – 250 гр, помидор – 1-2 дана, ҡаты сыр – 60 гр, тәменә ҡарап тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк була.

Баклажанды йыуып, таҙартып, оҙонса ҡырҡырға. Алдан ике яҡлап табала ҡыҙҙырып алырға. Форманы майлап, ҡыҙҙырылған баклажанды һалабыҙ, өҫтөнә туралған петрушка, укроп, йәшел һуған һибеп сығырға. Иҙелгән һарымһаҡ та өҫтәргә мөмкин. Нәҙек итеп туралған тауыҡ итен һалырға. Өҫтөнә тағы ла ҡыҙҙырылған баклажанды һалабыҙ. Шулай уҡ йәшелсәләр һибергә. Уларҙың өҫтөнә түңәрәк итеп ҡырҡылған помидорҙы теҙәбеҙ. Һуңынан 180 градус эҫелектәге духовкаға тығып, 25 минут бешереп алабыҙ. Ваҡыты еткәс, духовканан сығарып, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ һәм тағы ла 15 минутҡа духовкаға ҡуйып, бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: