Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Август 2021, 16:03

ҠЫЯРҘАН КИМЧИ⁣ САЛАТЫ

КИМЧИ салатын эшләр өсөн 800 гр ҡыяр, 3 аш ҡалағы аш(Штоҙлама өсөн), 1 баш һуған, 50 гр йәшел һуған, 2 кишер (уртаса ҙурлыҡтағы), 5-6 һарымһаҡ теше, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ паприка, өймәләмә булмаған 1 балғалаҡ әсе ҡыҙыл борос, 50 мл һыу, 2-3 аш ҡалағы соя соусы, 2 аш ҡалағы кунжут кәрәк була. 

Ҡыярҙы осона еткермәй генә "х" хәрефе кеүек ҡырҡабыҙ ҙа тоҙға әүәләп алабыҙ. Ул шулай тоҙға әүәләнеп 20 минуттай ултырып торорға тейеш. Кишерҙе һаламлап, һуғанды ярым балдаҡлап, йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Барыһын бергә табаҡҡа һалабыҙ. Унан ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, шәкәр, паприка, әсе борос, һыу, соя соусы, кунжут ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. 

20 минут үтте. Ҡыярҙы һыу менән яҡшылап саябыҙ ҙа эсенә маринадланған йәшелсәне тултырабыҙ. Ҡалған маринадты ҡыярҙың өҫтөнә ҡоябыҙ. Хәҙер инде өҫтөн пленка менән ҡаплап, бер аҙ тишкеләп сығабыҙ. Бүлмә температураһында 2 сәғәттәй ултырғандан һуң салат әҙер була.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын! 

 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас