Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Июнь 2021, 11:00

Лимон менән ҡыяр маринадлау

Уңған хужабикәләр, лимон менән ҡыяр маринадлағанығыҙ бармы? Кем белә, шундай ысул менән әҙерләнгән ҡыярҙың иң тәмлеһе икәнен инҡар итмәҫ. Әле уларҙың өлгөргән ваҡыты. Әйҙәгеҙ бергәләп, ҡыяр тоҙлайыҡ әле. Уның өсөн кәрәк:

- банкаға һыйған тиклем бәләкәс ҡыярҙар
- 1 телем түңәрәк лимон
- 4 теш һарымһаҡ
- 2 лавр япрағы
- 0,5 сәй ҡалағы гәрсис
- 3 бөртөк ҡара борос
- 1 бөтөн ҡәнәфер (гвоздика)
Тоҙлама өсөн:
1 литр һыу, 150 гр шәкәр ҡомо, 40 грамм тоҙ.
Ҡыярҙар күптән өҙөлгән булһа, уларҙы 3 сәғәткә һыуға һалып ҡуйырға кәрәк. Артабан уларҙы матур итеп йыуып, ос яҡтарын ҡырҡып алырға.
Стерилләнгән банкаларға бөтә булған тәмләткестәрҙе һалырға. Артабан ҡыярҙарҙы теҙеп сығырға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, крышкаһын ябып. 20 минутҡа ҡалдырырға.
Һуңынан һыуын ҡойоп алырға, ул теүәл 1 литр ҡалған булырға тейеш. Әгәр етмәй икән – өҫтәгеҙ. Һыуға шәкәр, тоҙ һәм лимонды һалып ҡайнар хәлгә еткерергә һәм ҡыяр өҫтөнә ҡойорға. Банкаларҙы тимер крышка менән ябырға һәм тулыһынса һыуынғанға тиклем әйләндереп ҡуйырға.
Лимондың хуш еҫе сыҡҡан һәм ҡытырлап ҡына торған маринадланған ҡыяр әҙер!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: