Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
25 Июня 2021, 07:00
Бик тә тәмле бәлеш!
Байрам өҫтәленә генә түгел, ғаиләгеҙҙе ҡыуандырыр өсөн дә шундай тәмле бәлеш бешереп ҡыуандырығыҙ. Онотмағыҙ: иң яҡшы ҡунаҡ ул – һеҙҙең ғаилә ағзаһы!Бәлеште бешерер өсөн кәрәк:
Байрам өҫтәленә генә түгел, ғаиләгеҙҙе ҡыуандырыр өсөн дә шундай тәмле бәлеш бешереп ҡыуандырығыҙ. Онотмағыҙ: иң яҡшы ҡунаҡ ул – һеҙҙең ғаилә ағзаһы!
Ҡамыр:
әсетке - 5 гр
ҡаймаҡ - 3 аш ҡалағы
аҡ май - 200 гр
йомортҡа - 2 дана
тоҙ - 1 сәй ҡалағы
шәкәр - 2 аш ҡалағы
он - самалап.
Йомортҡа, шәкәр, тоҙ, ҡаймаҡты бергә бутап алабыҙ. Он менән әсеткене өҫтәйбеҙ. Яҡшы ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм 20 минут ял иттерергә ҡуябыҙ.
Эслек:
ҡара емеш (чернослив) – 05 кг
ҡаймаҡ – 1 стакан
ҡуйыртылған һөт (сгущенка) – 0,5 банка
йомортҡа – 4 дана
грек сәтләүеге – 100 гр
шәкәр – 2 аш ҡалағы
йылы һыу – 0,5 стакан.
Ҡара емеште ит турағыс аша -ткәрәбеҙ. Уға һыу, шәкәр ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ, табаға һалабыҙ һәм өҫтөнә әҙерләгән эслекте һалабыҙ.
Икенсе һауытҡа йомортҡа һалып, уны күпергәнсе бутайбыҙ. Уға ҡуйыртылған һөттө һәм ҡаймаҡты ҡушабыҙ. Уны ҡара емеш өҫтөнә тигеҙләп ҡоябыҙ. Өҫтөнә ваҡланған грек сәтләүеген һибеп сығабыҙ.
Тәмле булһын ашығыҙ!
Автор:
Лилия Такаева
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"