Бөтә яңылыҡтар

АРТЫШ ХАҠЫНДА

Мәрйәм Бураҡаева артыштың быуындар, һөйәк һыҙлауын баҫыуы тураһында бәйән итә.

Мәрйәм Бураҡаева артыштың быуындар, һөйәк һыҙлауын баҫыуы тураһында бәйән итә.
“Арғымаҡ исемле китабымда Рәғиҙә Янбулатованы артыш төнәтмәһе менән дауалауым һәм ыңғай һөҙөмтә биреүе тураһында яҙғайным. Рәғиҙә апайҙы атлай алырлыҡ хәлгә килтергәс, уйлана башланыҡ: анау тиклем шифалы үҫемлекте халыҡҡа нисек еткерергә икән. Ботаҡлап таратып булмай – ҡойола; онтаҡтан төнәтмә яһап булмай. Эҙләнә торғас, һабын, төнәтмә, бальзам идеяһы табылды һәм Таңсулпан ҡыҙым эшләү ысулын тапты.
Артыш бит экологик яҡтан иң таҙа төбәктәрҙә генә үҫә. Беҙ Ейәнсура районының Ибрай ауылы тирәһе артышын файҙаланабыҙ.
Артыш быуын һыҙлауҙан һәйбәт. Күҙ тейеүҙән. Һабын күбеге менән танау эсен йыуыу вирустан һаҡлай.
Бальзам менән спирт төнәтмәһе быуын, һөйәк һыҙлауын баҫа. Эсеү өсөн файҙаланылмай. Фәҡәт тышҡы дауаланыу сараһы.
Нисек йыйырға:
Артышты орлоғо ҡарайып бешкәс, сентябрь аҙағында, октябрҙә йыялар. Балта менән сабыу бик үк дөрөҫ булмай. Төбөндә йәшел ботаҡтары ҡалһа, мөмкин. Орлоғо дауаланыу өсөн бик һәйбәт.
Төнәтмә әҙерләү:
Артышты энәләре, ҡуҙаҡтары менән банкаға нышып тултыраһың да өҫтө ҡапланғансы аҡ араҡы йәки спирт ҡояһың. Ҡара йәшел төҫкә ингәс, һарҡытып ултыртаһың. Тәүҙә аҙ ғына миҡдарҙа файҙаланырға”.
Автор:Лилия Такаева