Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Июнь 2021, 16:45

Еләктән ҡаҡ

Йәйҙең һәр мәлен файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Әлеге ваҡытта еләктәр бешә башлаған. Уларҙан тәмле генә ҡаҡ та ҡойорға мөмкин. Ҡышҡы көндәрҙә витаминлы ҡаҡ менән сәй эсеү үҙе бер ғүмер. Уның ҡсҡн кәрәк:1 кг еләк, 300 гр шәкәр, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы көнбағыш майы, ярты лимон

Еләктән ҡаҡ
Йәйҙең һәр мәлен файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Әлеге ваҡытта еләктәр бешә башлаған. Уларҙан тәмле генә ҡаҡ та ҡойорға мөмкин. Ҡышҡы көндәрҙә витаминлы ҡаҡ менән сәй эсеү үҙе бер ғүмер. Уның ҡсҡн кәрәк:
1 кг еләк, 300 гр шәкәр, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы көнбағыш майы, ярты лимон.
Еләктәрҙе йыуып, турарға һәм кәстрүлгә һалырға. Лимондың яртыһының һутын һығып сығарырға һәм һыуға өҫтәргә. Һуңынан уны еләк өҫтәнә ҡойорға һәм кәстрүлде ҡайнатырға ҡуйырға. Һыу ҡайнай башлағас, 10 минуттай тоторға. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып тороғоҙ. Кире осраҡта, көйә башлауы ихтимал. Ҡайнар еләкте блендер менән иҙергә һәм шәкәр өҫтәп, иреп бөткәнсе болғатырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйергә һәм өҫтөн майларға. Ҡағыҙ өҫтөнә еләк ҡатнашмаһын ҡойоп, тигеҙ генә итеп йәйергә. Уны ҡояш төшкән урынға ҡуйып киптерергә. Шулай уҡ 150 градус эҫелектәге духовкаға тығып киптерергә лә мөмкин.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: