Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Июнь 2021, 09:31

“Байкал”ды үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ

“Байкал” препараты осһоҙ түгел. Шуға ла беҙ уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн бер биҙрә тиреҫ, урмандан йыйылған бер биҙрә япраҡ тиреҫе, бер биҙрә көл, 3 литрлыҡ банкала бал (100 гр әсеткегә йылы һыу ҡойоп, шәкәр йә әсегән ҡайнатма өҫтәр кәрәк. Ошолай бер аҙна күпсеһен), ҡара кипкән икмәк, әсегән һөт, кефир, cывoрoтка (ҡайһыныһы булһа ла бара), баҡсағыҙҙан алынған бер көрәк тупраҡ кәрәк була.

Байкал” препараты осһоҙ түгел. Шуға ла беҙ уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн бер биҙрә тиреҫ, урмандан йыйылған бер биҙрә япраҡ тиреҫе, бер биҙрә көл, 3 литрлыҡ банкала бал (100 гр әсеткегә йылы һыу ҡойоп, шәкәр йә әсегән ҡайнатма өҫтәр кәрәк. Ошолай бер аҙна күпсеһен), ҡара кипкән икмәк, әсегән һөт, кефир, cывoрoтка (ҡайһыныһы булһа ла бара), баҡсағыҙҙан алынған бер көрәк тупраҡ кәрәк була.

Ошоларҙың барыһын да ҙур мискәлә 10 көн күпсетеп, бер биҙрәгә бер сүмес өҫтәп, ҡойоп сығығыҙ. Был ҡатнашма менән баҡсала үҫкән бар нәмәне лә туҡландырырға була.

Ошолай иткәндә беҙ үҙ еребеҙгә яраҡлашҡан файҙалы микроорганизмдарҙы үҫтерәбеҙ. Был үҙе үк мул уңыш алыуға ишара.

Читайте нас: