Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Июнь 2021, 12:01

Банандан бәлеш

Был бәлеш нығыраҡ тортто хәтерләтәлер, моғайын. Ммм... өҫтөндә ятҡан карамелле банан... телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Уны бешереү өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел. 1,5 стакан он, 150 гр аҡ май, 100 гр шәкәр (2 аш ҡалағы шәкәр ҡамырға ҡушыла, ҡалғаны карамелгә), 1 йомортҡа, 125 гр ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 4 банан алына.

1,5 стакан он, 150 гр аҡ май, 100 гр шәкәр (2 аш ҡалағы шәкәр ҡамырға ҡушыла, ҡалғаны карамелгә), 1 йомортҡа, 125 гр ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 4 банан кәрәк була.
Аҡ майҙы һыуытҡыстан алдан сығарып, йомшарғанын көтәбеҙ. Онға разрыхлитель, 2 аш ҡалағы шәкәр, йомортҡа, 100 гр аҡ май һәм ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ.
50 гр майҙы иретеп, шәкәр ҡушабыҙ. 5 минут тирәһе утта ҡурабыҙ. Бананды ҡабығынан әрсеп, таба төбөнә теҙәбеҙ. Унан өҫтөнә карамелде ҡоябыҙ ҙа, аҙаҡ ҡамыр менән ҡаплап ҡуябыҙ.
180-190 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ ҙа, тәрилкәгә түңкәрәбеҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: