Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Июнь 2021, 14:36

Туңдырма

#Һаҡмар_рецептарЭҫе көндә туңдырма эшләп ашайыҡ. Файҙалы ла, тәмле лә... Ммм. Телеңде йоторлоҡ. Өйҙә туңдырма эшләү өсөн 200 гр шәкәр менән ҡуйыртылған һөт, 500 мл һөт өҫтө, 2 шт вафли йәймәһе (корж) кәрәк була. Туңдырма яһай торған табаҡты (һауытты) һәм миксер миксер туҡығысын ярты сәғәт алда һыуытҡысҡа (яңылыш уҡыманығыҙ!) ултыртып тороғоҙ (тулыраҡ сайтта)

Өйҙә туңдырма эшләү өсөн 200 гр шәкәр менән ҡуйыртылған һөт, 500 мл һөт өҫтө, 2 шт вафли йәймәһе (корж) кәрәк була.
Туңдырма яһай торған табаҡты (һауытты) һәм миксер миксер туҡығысын ярты сәғәт алда һыуытҡысҡа (яңылыш уҡыманығыҙ!) ултыртып тороғоҙ. Хәҙер инде һыуынған һауытҡа һыуытылған һөт өҫтөн миксерҙың юғары тиҙлегендә 5-7 минут туҡығыҙ.
ҡаймаҡ ҡуйырғас нәҙек кенә итеп ҡуйыртылған һөттө ҡойоғоҙ. Туҡытыуҙы дауам итегеҙ.
Шаҡмаҡ һауыттың төбөнә вафли йәймәһен һалығыҙ. Унан ҡуйыртылған ҡатнашманы һалығыҙ һәм өҫтөнә икенсе вафли йәймәһен һалығыҙ. Хәҙер инде уны туңдырғыста 4-6 сәғәт туңдырырға ғына ҡалды.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: