Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Мая 2021, 10:00

Бәпембә балы

Бөгөн бәпембә сәскәләрен йыйҙым, бәпембә сәскәләре мамыҡҡа әйләнеп бөттө тиҙәр, ә беҙҙең баҡсала әле һаман һап-һары ғына булып үҫеп ултыралар. 600 бөртөгөнә хәл етте, бөгөнгә етеп торор тинем, таҙа һауытҡа һалып, һалҡын һыу ҡойоп өҫтөн тәрилкә менән батырып ҡуйҙым, бер тәүлек торорға тейеш, бәпембәнән бал эшләйбеҙ беҙ. Ә артабан инде мин нисек рецептын яҙҙым үткән йыл шулай, тик шәкәр һәм лимондың күләмен ике тапҡырға күберәк алырға кәрәк буласаҡ, быйыл бал ҡушып та эшләргә уйлайым, тағы ла файҙалыраҡ булһын тип.

230 - 250 штук бәпембә сәскәһенә :

- 1 литр һыу,
- 1 - 1.5 кг. шәкәр ҡомо,
- 1-2 лимон.

Әлегә бәпембә сәскәләрен һалҡын һыуға һалып торҙом, сәскәләр өҫкә ҡалҡып сыҡмаһын өсөн шәшке аҫты менән баҫтырып ҡуйҙым , бер тәүлеккә шулай ҡуйып торор кәрәк .
Бер тәүлектән һуң һыуын һарҡытып түгергә лә бер литр һыу ҡойоп, талғын утта 30 минут тирәһе ҡайнатырға. Артабан , киҫәктәргә туралған лимонды һалып тағы ла 3 минут ҡайнатып алыр кәрәк. Утты һүндереп, тағы ла бер тәүлеккә быҡтырырға ҡуйып торорға. Унан һуң марля аша һөҙөп, яҡшы итеп һығып алырға. Сәскәләр менән лимонын ташларға, ә һутына шәкәр ҡомо ҡушып матур булып бал төҫөнә кергәнсе ҡайнатырға, 45 минут тирәһе ҡайнатырға тура киләсәк . Быларҙың бөтәһен дә мин иртәгә эшләйәсәкмен, ә әлегә бәпембә сәскәләрем һыуҙа бығып ултыралар . Тәмле булыуында шик тә юҡ, тәмен тойған кеүекмен дә хатта, ә һаулыҡҡа файҙалы булыуы тураһында әйтеп тораһы ла юҡтыр, ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡуйһаң бик тә яҡшы инде, һау-сәләмәт булығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым!
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-129256949_4977
Читайте нас