Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Май 2021, 18:00
Ҡартлыҡты “алдаштырып” була, тиҙәр...
Кемдәрҙең генә оҙаҡ йылдар йәш көйөнә ҡалғыһы килмәһен! Аҡыл эйәләре, табиптар был хаҡта быуаттар буйына баш вата. Кешенең йөҙөнә ҡарап, уның нисә йәштә икәнен еңел генә асыҡлап була. Тик ҡайһы саҡта беҙ ҙә яңғылышабыҙ. Дауаханала оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сығырға йыйынған күршемә бер кем дә үҙ йәшен бирмәй. Ысынлап та, ул йәштәштәренән кәм тигәндә 8-10 йылға йәшерәк, теремегерәк, һылыуыраҡ күренә. Юҡ-юҡ, пластик операция яһатҡандыр, тип уйлай күрмәгеҙ. Ул яңыраҡ йәшлек эликсиры серен асты. Бәлки, һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр уның йәшәреү рецебы...#һаҡмарҙан_файҙалыкәңәш
Кемдәрҙең генә оҙаҡ йылдар йәш көйөнә ҡалғыһы килмәһен! Аҡыл эйәләре, табиптар был хаҡта быуаттар буйына баш вата. Кешенең йөҙөнә ҡарап, уның нисә йәштә икәнен еңел генә асыҡлап була. Тик ҡайһы саҡта беҙ ҙә яңғылышабыҙ. Дауаханала оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сығырға йыйынған күршемә бер кем дә үҙ йәшен бирмәй. Ысынлап та, ул йәштәштәренән кәм тигәндә 8-10 йылға йәшерәк, теремегерәк, һылыуыраҡ күренә. Юҡ-юҡ, пластик операция яһатҡандыр, тип уйлай күрмәгеҙ. Ул яңыраҡ йәшлек эликсиры серен асты. Бәлки, һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр уның йәшәреү рецебы.
Шәфҡәт туташының раҫлауынса, был файҙалы ҡушымтаны файҙалана башлағандан һуң күҙ күреүе үткерләнгән, тән тиреһе шымарған, сәстәре ҡуйыраҡ үҫә башлаған. Бына уның йәшәреү рецебы: стакандың 5/4 өлөшөн тәшкил иткән етен майына дүрт лимон, өс баш һарымһаҡ , бер килограмм бал алына. Тәүҙә һарымһаҡты, аҙаҡ ике лимонды ҡабығы менән, икәүһен таҙартҡан көйө ит тартҡыс аша үткәрәһең. Был ҡушымтаға етен майы һәм балды өҫтәп, яҡшылап болғатығыҙ. Быяла банкаға һалып, өҫтөн ябып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ашау алдынан ярты сәғәт элек берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр ашарға кәрәк. Мөғжизәле ҡушымтаны ҡабул итеү барышында берәр аҙна тәнәфес яһағыҙ, тип кәңәш бирҙе шәфҡәт туташы.
Бындай ҡушымтаның сәләмәтлекте һаҡлауға ярҙам итеүе ғәжәп тә түгел. Етен майы - үҫемлек гормоны, холестеринды кәметә, лимон менән берлектә бауырҙың үт юлын таҙарта. Лимондағы С витамины бына тигән антиоксидант, иммунитетты һәм ҡан тамырҙары тиресәһен нығыта, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын таҙарта, бал тамырҙарҙы туҡландыра, микроэлементтар менән байыта.
Сығанаҡ: "Башҡортостан"
Фото:Ok.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"