Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Май 2021, 16:00

Ҡуҙғалаҡ - иң файҙалы аҙыҡтарҙың береһе

Ҡуҙғалаҡты яҙғыһын йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда уның япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн 2-3 йыллыҡ ҡуҙғалаҡты һайлап алығыҙ һәм уның тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар...

Бер урында 5 йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләүе, үҫтереүе ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу. Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай. Шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгә төшкән урынға ултыртырға кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш. Сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡлылар үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” үҫә. Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашлар кәрәк. Март урталарында тиҙәкте 1:8 өлөш һыуға бутап, шуны һибеп сығалар. Май аҙағы – июнь башында фосфор-калий ҡушылмаларын, август айында калий тоҙон индерәләр. Ҡуҙғалаҡты көл менән ашларға тәҡдим ителмәй.

Ҡуҙғалаҡты яҙғыһын йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда уның япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн 2-3 йыллыҡ ҡуҙғалаҡты һайлап алығыҙ һәм уның тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар.

Ҡуҙғалаҡтың япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тәмлерәк була. Ҡуҙғалаҡ сәскә атҡандан һуң уның тәме насарая. Сәскә биреп ултырған һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Был һеҙгә артабан да ҡуҙғалаҡты ҡулланырға мөмкинселек бирер. Ҡуҙғалаҡтарҙың төбөн 2-3 см һалам йәки бысҡы онтағы менән күмеп сығыу, уларҙы иртә сәскә атыуҙан һаҡлар.

Ҡуҙғалаҡ организмдағы шлактарҙы сығарыуы, ҡанды таҙартыуы, ҡан баҫымын төшөрөүе, йөрәк-ҡан тамырҙарын, ашҡаҙан-эсәкте эшләтеүе, мейене активлаштырыуы, эске органдарҙағы, шул иҫәптән бауырҙағы шешеү процесын туҡтатыуы, бөйөрҙәрҙең эшен, тырнаҡ-сәсте яҡшыртыуы, энергия биреүе, иммунитетты күтәреүе, организмдағы шәкәрҙе һәм ҡандағы холестеринды әҙәйтеүе менән дан ала. Ауырлы ҡатындарҙы ул токсикоздан һаҡлай. Панкретатит, гастрит менән ауырығандарға ҡуҙғалаҡты ҡулланырға ярамай.

Йыуылған, киптерелгән ҡуҙғалаҡты һыуытҡыста бер ай, оҙағыраҡ итеп туңдырғыста һаҡларға мөмкин.

Читайте нас