-9 °С
Ясна
Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һатып алғанда ғына матур. Уйната-уйната улар бысрап та китә. Кер йыуыу машинаһында йыуғанда уның формаһы боҙола. Ҡул менән йыуһаң – тиҙ кипмәй аптырата. Был осраҡта нимә эшләргә мөмкин?
Баҡтиһәң, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һыуһыҙ ҙа йыуып була икән. Бының өсөн уларҙы полиэтилен мешокка тығып, 2-3 уйынсыҡ иҫәбенә 1/3 стакан аш содаһы йәки крахмал һалырға кәрәк. Һуңынан мешоктың ауыҙын бәйләп, ныҡ ҡына итеп һелкетергә кәрәк. Һуңынан ауыҙын асып, сода йәки крахмалды ҡағып төшөрөргә. Артабан бысраҡ соданы щетка менән ышҡып төшөрөргә. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ла шулай таҙартырға мөмкин. Саң һурҙыртҡыс та ярҙамға килә ала.
Фото интернеттан алынды.