Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель 2021, 14:00
Ҡыҙыл һуған - ҡырҡ сирҙән дауа
Һуғанды сей көйө ҡулланғанда, шифаһы күберәк, бешергәндең күп үҙенсәлектәре юғала, ти диетологтар. Уның ҡыҙылы айырыуса файҙалы.1. Был һуған көкөрт ҡушылмаларына бик бай, шунлыҡтан организмды төрлө шештәр, шул иҫәптән ямандары ла, барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, уларҙың үҫеүен тотҡарлай.#һаҡмарҙан_файҙалыкәңәш
Һуғанды сей көйө ҡулланғанда, шифаһы күберәк, бешергәндең күп үҙенсәлектәре юғала, ти диетологтар. Уның ҡыҙылы айырыуса файҙалы.
1. Был һуған көкөрт ҡушылмаларына бик бай, шунлыҡтан организмды төрлө шештәр, шул иҫәптән ямандары ла, барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, уларҙың үҫеүен тотҡарлай.
2. Бәүел ҡыуыу системаһына ябырылған бактерияларға ҡаршы көрәштә лә яҡшы сара булараҡ билдәле.
3. Ҡыҙыл һуған шәкәр сирлеләр өсөн дә ярҙамсы була ала. Организмға эләккән йәшелсә инсулин эшкәртеп сығарыуға этәргес бирә. Шуның өсөн диабет сирлеләргә көн һайын рациондарына һуғанды индереү - үҙҙәре файҙаһына ғына.
4. Эс ҡатыуҙан арындыра. Ҡыҙыл һуғандағы бай күләмдәге сүс матдәләр эсәктәге токсиндарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуға булышлыҡ итә.
5. Тамаҡ ауыртҡанда уның һуты менән сайҡатыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Шулай уҡ бал менән һуған һутын 1:1 (бер ҡалаҡ бал һәм бер ҡалаҡ һуған һуты) нисбәтендә ҡушып, һыуыҡ үткән осраҡтарҙа, киҙеү мәлендә ҡулланырға була. Ул - көслө тәбиғи антибиотик. Бындай дауаны көнөнә 4-5 тапҡыр ҡулланырға мөмкин.
6. Танау йыш ҡанаһа ла, ҡыҙыл һуғандың ярҙамы теймәй ҡалмаҫ. Бының өсөн яңы ғына уртаға ҡырҡылған һуғанды еҫкәргә - ыңғай тәьҫире тиҙ үк күренер.
7. Йөрәкте һаҡлау һәм нығытыу өсөн дә яҡшы сара ул. Ҡыҙыл һуғанды ашаған кешенең ҡан баҫымы нормаға килер.
Фото: moysad.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/i-il-u-an--ir-sir-n-daua-763651/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"