Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Март 2021, 16:36

Ботаҡтарҙан һәм таяҡтарҙан... сәй

Яҙҙан һәм йәйҙән йыйған хуш еҫле үләндәр бөттөмө? Аптеканан һатып алырға теләк юҡ та, етмәһә, әллә ҡайҙан йыйылған әле, тигәй уйҙар борсоймо? Борсолорға һис урын юҡ. Баҡсаға сығып әйләнеү ҙә етә. Ҡарағат, ҡурай еләге кеүек һәм башҡа емеш-еләк ағас-ҡыуаҡтарҙың ботағын йыйып алыу ҙа етә.

Ботаҡтарҙы дөрөҫ итеп бешереү өсөн тәүҙә нәҙек кенә ботаҡтарҙы йыйыр кәрәк. Уны 10-15 минут талғын утта ҡайнатып алыр кәрәк. Унан төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырығыҙ. Ҡулланыр алдынан һөҙөп, бер аҙ йылытығыҙ. Тик уны башҡаса ҡайнатырға ярамай. Бындайсәйҙе шәкәр йә бал менән эсергә мөмкин. Ботаҡтарҙан әҙерләнгән сәйҙе үтә күренмәле һауытта бешерергә ярамай, буяу матдәләре юҡҡа сыға, тәме лә тәҫә лә булмай.
Бораҡтан әҙерләнгән сәйҙең мәшәҡәте күберәк, әлбиттә, әммә ышанығыҙ, бындай сәйгә һеҙ мотлаҡ ғашиҡ буласаҡһығыҙ.

Ҡарағат ботағынан сәй

Ҡарағаттың хуш еҫе битараф ҡалдырмай. Мммм! Был сәйҙе бешереү менән эсергә лә була. Бер минут ҡына ҡайнатабыҙ. Бындай сәй быуындар өсөн, матдәләр алмашыныуын, иммунитетты яҡшырта. Һейлек ҡыуыу эффекты бар. Якутияла ҡыҙыл ҡарағат ботағынан эшләнгән сәйҙе ревматизмдан да ҡулланалар.
Бер бешергән ҡарағат ботағын йәнә лә ҡайнатырға була. Ул саҡта бындай сәй хатта тәмлерәк тә, хуш еҫлерәк тә була.

Сейә ботағынан сәй

Сейә ботаҡтарынан бешерелгән сәйҙең төҫө матур була, баҙам (миндаль) тәмен бирә.
Сейә ботағынан сәйҙе ҡайнап сығыу менән эсергә лә, шулай уҡ төнәтеп эсергә лә мөмкин. Төнәтеп эселгән сәй бөйөрҙәр өсөн элексир ҙа булып тора ла: бөйөрҙән ташты ҡыуа, циститтан ярҙам итә.

Слива ботағынан сәй

Слива ботағынан сәй тәме буйынса сейәнекенә оҡшаған була. 1 литр сәйгә 5-7 ботаҡ алына. Сливаботағынан әҙерләнгән сәй стрестан ярҙам итә, тынысландыра. Үпкә өсөн файҙалы. Ҡаты итеп бешерергә кәңәш ителмәй.

Әлморон ботағынан сәй

Әлморон ботағынан әҙерләнгән сәй компотты хәтерләтә. Алһыу ғына төҫлө сәй һейлек ҡыуыусы, организмды нығытыусы булараҡ ҡулланыла. Шулай уҡ ревматизм, радикулиттан ярҙам итә. Эсер алдынан мотлаҡ һәйбәтләп һөҙөр кәрәк.

Ҡурай еләге ботағынан сәй

-Ҡурай еләге ботағынан сәйҙе йәй үк йыйып ҡуйырға мөмкин. Ярты литр сәйҙе әҙерләү өсөн 7-8 ботаҡ (15 см тирәһе оҙонлоҡтағы) алына. Алдан онтап алғанда һәйбәтерәк була. 20 минут тирәһе бешерелә. Төнгөлөккә төнәтеп ҡуйһағыҙ, иртәнгелеккә ҡурай еләге төҫөндәге сәй килеп сыға.
Бындай сәй һыуыҡ тейгәндән, вируслы инфекцияларҙан ярҙам итә. Иммунитетты нығыта, үҙәк көйөүен бөтөрә. Халыҡ табиптары ауыҙ осонғанда (герпестан) бешерелгән ҡурай еләге ботағы менән йомшартыға кәңәш итә. Буласаҡ әсәләр өсөн дә бындай сәй файҙалы. Йүткеректән дә ярҙам итә. Күп кенә әсәләр тән температураһын төшөрөү өсөн ошондай сәй менән баланы һыйларға кәңәш итә.

Алмағас ботағы сәйе

Алмағас ботағынан сәй әҙерләү өсөн башта уны ныҡлап йыуып алыр кәрәк. Һәм алмағас ботағы сәйҙәре сортына бәйле. Мәҫәлән, Китайка тигәне әсерәк була. Антоновканан төҫһөҙ, әммә тәмле сәй килеп сыға.
Читайте нас