Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Марта 2021, 12:50

Йөрәкте үләндәр менән дауалайыҡ

Һәр ауырыуға дауа була. Һорау икенсе төрлөрәк яңғырай: хаҡы күпмегә барып төшә? Аҡса етерме? Шуға ла үләндәр менән ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалап була икәнен дә онотмайыҡ. Гипертония, атеросклероз, йөрәк хәлһеҙлегенән, пульс яй типкәндә, йөрәк ҡаҡҡанда ҡул аҫтындағы үләндәр менән дауаланып була. Мәҫәлән, ГИПЕРТОНИЯНАН көнөнә 2 тапҡыр иҙелгән укроп орлоғон ашар кәрәк. АТЕРОСКЛЕРОЗдан 1 аш ҡалағы иҙелгән бәпембә тамырын 1 стакан ҡайнар һыу менән иҙеп, унан һөҙөп алығыҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарған 30 минут алда 1/4 стакан эсер кәрәк була.

ГИПЕРТОНИЯНАН көнөнә 2 тапҡыр иҙелгән укроп орлоғон ашар кәрәк.
АТЕРОСКЛЕРОЗдан 1 аш ҡалағы иҙелгән бәпембә тамырын 1 стакан ҡайнар һыу менән иҙеп, унан һөҙөп алығыҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарған 30 минут алда 1/4 стакан эсер кәрәк була.
ЙӨРӘК ХӘЛҺЕҘЛЕГЕНӘН ПРИ СЕРДЕЧНОЙ НЕДОСТАТОЧНОСТИ
- 1 балғалаҡ һары сәскәне (желтушник) 0,5 стакан ҡайнар һыу менән 2 сәғәт төнәтегеҙ. 20 көн дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсер кәрәк.
ПУЛЬС ЯЙ ТИПКӘНДӘ 20-30 тамсы элеутерококкты төшкә тиклем ике тапҡыр эсер кәрәк.
ЙӨРӘК ШӘП ҠАҠҠАНДА 2 балғалаҡ календуланы 2 стакан ҡайнар һыу менән 2 сәғәт төнәтегеҙ. Көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда төнәтмәнең 1/4 өлөшөн эсегеҙ.
Читайте нас