Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Март 2021, 14:55

МИҢДӘР НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

Уң яҡ ирен өҫтөндә миң булған ҡатын-ҡыҙҙар мәкерле һәм хәйләкәр булалар. Улар бик һөйкөмлө, үҙҙәренә тиҙ ҡаратыусан, әммә бер аҙ дыуамал кешеләр. Улар ғәҙәттә үҙҙәренә тормош иптәше итеп ихтыярһыҙ, йомшаҡ холоҡло ир-атты һайлайҙар...

Уң яҡ ирен өҫтөндә миң булған ҡатын-ҡыҙҙар мәкерле һәм хәйләкәр булалар. Улар бик һөйкөмлө, үҙҙәренә тиҙ ҡаратыусан, әммә бер аҙ дыуамал кешеләр. Улар ғәҙәттә үҙҙәренә тормош иптәше итеп ихтыярһыҙ, йомшаҡ холоҡло ир-атты һайлайҙар.
Танау осондағы миң һеҙҙең тиҙ аралашыусан, шат күңелле, ҡыҙыҡ кеше икәнлегегеҙҙе күрһәтә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа әлеге миң – еңел аҡыллылыҡ, елбәҙәклек билдәһе. Ундайҙарға барыһы ла еңел бирелә, уларҙың тормошта билдәле бер маҡсаттары булмай. Улар бөгенгө көн менән генә йәшәйҙәр.

Танау янында миң булған кешеләр теге йәки был осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәген башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ беләләр. Улар кәңәш бирергә яраталар һәм күп осраҡта аҡыллы кәңәш бирәләр. Улар сер һаҡлай беләләр. Ундайҙарҙан бынамын тигән адвокат сыға.

Эйәгендә миң булған ирҙәр – хакимлыҡ итергә яратыусы кешеләр. Улар тормошта үҙҙәренә нимә кәрәген яҡшы беләләр. Ундайҙар үз маҡсатына ирешеү өсөн барыһына ла әҙер.

Эйәгендә миң булған ҡатын-ҡыҙҙар тиҫкәре, үҙ һүҙле булалар. Күп осраҡта уларҙы һүҙҙәреннән кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Миңдәр эйәктә күберәк булған һайын, улар шул тиклем тиҫкәрерәк була. Әммә әлеге сифат ҡатын-ҡыҙҙың карьераһында ыңғай роль уйнарға ла мөмкин.

Һул яңаҡта миң бик хисле һәм нескә күңелле кешеләрҙә була. Уларҙың хәтере насар. Бындай кешеләрҙең төштәре йыш ысынға аша.

Уң яңаҡтағы миң – яҡшы интуиция һәм алдан күреүсәнлек билдәһе.

Яңак һөйәгендәге миң – тәүәккәл кешеләрҙә була. Улар бар ғүмерҙәрен үҙ идеялары өсөн көрәшкә бағышларға мөмкин.

Баштың сәсле өлөшөндә миңе булған кешеләр быны белмәҫкә лә мөмкин. Баш түбәһендәге миң бөйөк аҡыл эйәләрендә була. Әгәр ҙә миң баш артында булһа, ундай кешеләр аҫтыртын һәм ышанмаусан булалар.

Ҡолағыңда миңе булған кешеләр маҡсатсан була һәм үҙҙәренең яхшы сифаттарын күпертеп күрһәтергә яраталар

Әгәр миң ҡолаҡ эсендә үк булһа, ундай кешеләр нерв ауырыуҙары һәм матдәләр алмашы боҙолоуы менән интегә.
Эльнара Шаймарданова.
https://yaikrb.rbsmi.ru/news/MI-D-R-NIM--YL-Y-724119/
Читайте нас