+18 °С
Дождь
Скумбрия тоҙлайыҡ
Өй шарттарында ла аҙ тоҙло скумбрияны әҙерләп була. Уның өсөн түбәндәге тәмләткестәрҙе алырға кәрәк:
2 скумбрия, 400 мл һыу, 3 сәй ҡалағы тоҙ, 10 бөртөк ҡара борос, 3 лавр япрағы.
Тәүҙә ҡйнап һыуынған һыуҙа тоҙҙо иретеп алырға кәрәк. Балыҡты иретергә һәм уның эстәрен алып, яҡшылап таҙартырға һәм йыуырға. Һуңынан уны өлөштәргә бүлеп сығырға. Уның өҫтөнә төрлө тәмләткестәр һалып, яҡшылап бутарға. Балыҡ өҫтөнә тоҙло һыуҙы ҡойорға һәм бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан.