Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Март 2021, 15:49

Һуған ҡабыҡтары -- тәҙрә төбөндә

Һуғанды әрсеү менән ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Ул һеҙҙең тәҙрә төбөндә үҫкән гөлдәрегеҙ өсөн дауа булып торор. Әгәр тәҙрә төбөндәге гөлдәрегеҙ ҡапыл ғына шиңеп ҡалһалар, һуған ҡабығы төнәтмәһен ҡойоу ҙа етә. Гөл күңелләнеп, балҡып китер. Бының өсөн эмалле һауытҡа бер ус ҡабыҡ һалып, 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, йәнә 5-7 минут ҡайнатығыҙ. 2 сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һыуынғандан һуң һөҙөп алығыҙ.

Һуғанды әрсеү менән ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Ул һеҙҙең тәҙрә төбөндә үҫкән гөлдәрегеҙ өсөн дауа булып торор.
Әгәр тәҙрә төбөндәге гөлдәрегеҙ ҡапыл ғына шиңеп ҡалһалар, һуған ҡабығы төнәтмәһен ҡойоу ҙа етә. Гөл күңелләнеп, балҡып китер. Бының өсөн эмалле һауытҡа бер ус ҡабыҡ һалып, 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, йәнә 5-7 минут ҡайнатығыҙ. 2 сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һыуынғандан һуң һөҙөп алығыҙ.
Сәскә үҫтереүсе оҫталар бындай төнәтмәне айына бер тапҡыр эшләп, гөлдәргә һиптертеп сығырға кәңәш итә. Шуныһы, бындай төнәтмәне һәр саҡ яңынан эшләргә тура килә. Уны һаҡларға ярамай.
Яҙ килеп тә етте инде. Тиҙҙән баҡса эштәре лә башланып китер. Әгәр һеҙ түтәлде һуған ҡабығы менән бергә ҡаҙһағыҙ, үҫентеләрегеҙҙе бик күп ауырыуҙарҙан ҡурсалап алып ҡалырһығыҙ. Шулай уҡ һуған ҡабығы төнәтмәһен баҡсасыларҙың яратыуы тураһында онотмағыҙ. Төнәтмәне ҡыяр япраҡтары һарғая башлау менән һиптертергә була икәнен онотмағыҙ.
Әгәр инде бындай төнәтмәне теплицаға ултыртып ҡуйһағыҙ, унда бөжәктәр эйәләмәҫ. Мәле-мәле менән һеперткене ошо төнәтмәгә тығып алып, түтәл өҫтөндә елпетеү ҙә етә.
Читайте нас