Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Марта 2021, 05:36

Протеинлы коктель

Протеинлы коктель тураһында белмәгән кеше һирәктер. Күп кенә фирмалар, селтәрле маркеттар матур ҡаптарҙағы порошок рәүешендәге коктелдең мөғжизәле эсемлек, аҙыҡ булыуы тураһында реклама яһайҙар. Һатып алыусылары ла бихисап булып сыға. Әйҙәгеҙ, ҡул аҫтындағы аҙыҡ-түлек менән үҙебеҙ протеинды коктелде эшләп ҡарайыҡ.

Коктейль № 1
- Был коктелде эшләү өсөн 250 мл һөт, 1 банан, йогурт, 2 балғалаҡ бал, геркулес, туңдырма. Барыһын бергә бутап, блендер менән иҙер кәрәк.
Коктейль № 2
- 100 гр эремсек, 200 мл һөт, 1 банан, 1 аш ҡалағы бал, 2-3 аш ҡалағы геркулес.
Коктейль № 3
-2 банан, 500 мл һөт, 100 мл һөт өҫтө йә туңдырма, 1 пакет ванилле шәкәр, тәменә ҡарап бер аҙ дәрсен алына. Барыһын бергә бутап, блендер менән иҙергә.
Коктейль № 4
- 1 стакан һөт, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа.
Коктейль № 5
- 200 гр эремсек, 100 гр кефир, 100 гр һут, хөрмә йә банан.
Коктейль № 6
- 100 гр эремсек, 100 гр сейә һуты, йомортҡа ағы, бер аҙ шәкәр.
Коктейль №7
- 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы бал, 1 балғалаҡ иҙелгән грек сәтләүеге, 1 стакан кефир, миксер менән туҡыйбыҙ.
Коктейль №8
-200 гр эремсек, 50 гр бал, һөт менән иҙелгән 60 гр йомортҡа порошогы йә 4-5 йомортҡа, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ. Блендер менән иҙергә.
Коктейль №9
-500 мл һөт, 250 гр эремсек, 10 ташбаҡа (перепелиных) йомортҡаһы, 50 гр бал йә ҡайнатма, 100 гр ҡоро һөт, 100 гр ҡаймаҡ, йөҙөм, курага. Блендер менән иҙергә.
Коктейль №10
-250 мл бешерелгән һөт, 250 гр эремсек, 1 аш ҡалағы шытҡан бойҙай йә һоло көрпәһе, 1 аш ҡалағы етен майы.
Читайте нас