Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Март 2021, 17:50

ИМБИР ТӨНӘТМӘҺЕ

Хәҙер имбир магазин кәштәләрендә тулып ята. Кемдер уны хатта тәҙрә төбөндә гөл кеүек тә үҫтерергә өйрәнеп тә алды. Ошоға тиклем имбирҙең файҙаһы тураһында күп яҙылды. Айырыуса ҡыш һыуыҡ тейеүҙән һаҡланыу өсөн төнәтеп эсәләр ине. Шулай уҡ имбир күреү һәләтен дә яҡшырта икән. Имбирҙән спиртлы эсемлек ҡушып эшләнгән төнәтмәне эшләү өсөн 250 гр имбир тамыры, араҡы һәм бал кәрәк була.

250 гр имбир тамырын йыуып, таҙартып, пластинка рәүешендә ҡырҡып сығабыҙ. Пластинканы ҙур булмаған һауытҡа һалып, өҫтәнә сыҡҡансы араҡы ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябып, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. 2 аҙна дауамында уны һелкетеп торабыҙ. Унан һөҙөп алабыҙ һәм 2 балғалаҡ бал ҡушабыҙ.
Имбир төнәтмәһе дәрт өҫтәр, ангина һәм һыуыҡ тейеп ауырығанда бик файҙалы. күреү һәләтен яҡшырта, ирҙәрҙә һәм ҡатындарҙа сексуаль әүҙемлекте арттыра.
Төнәтмәне ашар алдынан 1-әр балғалаҡ эсер кәрәк.
Был тибеттар ҡулланған бик боронға рецептарҙың береһе булып тора. Ҡанды таҙарта, организмдың һаҡланыу сифатын арттыра.
Читайте нас: