Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Февраль 2021, 13:06

Сода ярҙамында матурлыҡты арттырабыҙ

Битебеҙҙе, тәнебеҙҙе тәрбиәләү өсөн ябай ғына аш содаһын да ҡулланырға була. Нисекме? 1. Сода - ул скраб! Һоло ярмаһын онтап, сода ҡушып бутағыҙ. Был иҙмә менән битегеҙҙе, тәнегеҙҙе эшкәртегеҙ. Ул туҡландырыу һәм сафландырыу эффектын бирер. Скрабты эшләү өсөн 3 өлөш сода, 1-әр өлөш һыу һәм һоло онтағы алына. Барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ һәм әҙер паста менән тәнегеҙҙе, битегеҙҙе ыуығыҙ. Унан йылы һыу менән йыуығыҙ.

1. Сода - ул скраб! Һоло ярмаһын онтап, сода ҡушып бутағыҙ. Был иҙмә менән битегеҙҙе, тәнегеҙҙе эшкәртегеҙ. Ул туҡландырыу һәм сафландырыу эффектын бирер. Скрабты эшләү өсөн 3 өлөш сода, 1-әр өлөш һыу һәм һоло онтағы алына. Барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ һәм әҙер паста менән тәнегеҙҙе, битегеҙҙе ыуығыҙ. Унан йылы һыу менән йыуығыҙ.

2. Сода – маникюр эшләр алдынан тырнаҡтарҙы сода менән таҙартып алығыҙ. Бының өсөн башта тырнаҡ игәүен йә ҡаты кисточканы дымлы содаға тығып алығыҙ һәм тырнаҡ аҫтын, кутикулаларҙы таҙартығыҙ. Унан 3 өлөш сода һәм бер өлөш һыуҙан паста эшләгеҙ. Унан ипләп кенә ҡулығыҙҙы ышҡығыҙ, бармаҡтарығыҙҙы ла шулай эшкәртегеҙ һәм йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. Артабан маникюрға тотонһағыҙ ҙа була.

3. Аяҡҡа һөйәл сыҡһа, йә тиреһе ҡатып торһа, сода ҡулланығыҙ. Башта тазикка йылы һыу ҡойоғоҙ, унан ике аш ҡалағы сода, бер-нисә тамсы лаванда майы тамыҙығыҙ. Был һыуға аяғығыҙҙы тығып, ярты сәғәт ултырып тороғоҙ. Һыу һыуый башлаға, бер аҙ эҫе һыу өҫтәргә мөмкин. Унан, аяҡ тиреһе йомшарғас, 3 өлөш сода, 1-әр өлөш һыу һәм һоро шәкәр ҡомо менән паста яһап, аяҡты ышҡырға кәрәк. Аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ һәм йылы таҫтамалға аяҡты төрөп йәнә 5-10 минут ултырып тороғоҙ.
4. Сода менән яратҡан шампунь - дуҫ була ала. Сәсте йыуыр алдынан шампунгә 1/4 өлөш сода өҫтәгеҙ. Унан сәсегеҙҙе ғәҙәти ысул менән йыуығыҙ. Бынан һуң сәсегеҙ ялтырап, йылҡылдап китер.
5. Сода - дезодорант. 4 аш ҡалағы содаға 10 тамсы эфир майын ҡушып болғатығыҙ. Айырым һауытҡа һалып, кәрәк саҡта һөртөнөргә була.
6. Сода – ванна ингәндә лә ярҙам итә. Ауыр эш көнөнән, йә спортзалда шөғөлләнгәндән һуң ванна төшөр алдынан һыуығыҙға ярты стакан сода төшөрөгөҙ. Тәнегеҙҙә еңеллек тойғоһон һигерһегеҙ.
7. Тештәрҙе лә сода ағарта. Теш шеткаһына сода һалып, һаҡ ҡына тешегеҙҙе йыуыу ҙа етә. Шулай уҡ ауыҙығыҙҙы сайҡатырға ла була.
8. Битегеҙгә һытҡы сыҡһа, һыу менән соданан эшләнгән пастаға бер тамсы ағас майы тамыҙып, һытҡыға һөртөргә була. 1 сәғәттән һуң йыуып алығыҙ. Һытҡының юҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
9. Битте лә бал, сода менән эшләнгән паста менән йыуырға була. Һатып алынған скраб ары торһон!
Читайте нас: