Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Февраль 2021, 14:00

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...

Ейәнсураныҡы яҡшыраҡмы, Баймаҡтыҡымы?

Мода үҙгәреү менән, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр булып ҡала килә. Дебетен әҙерләү һәм бәйләү технологияһы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Бөтә илгә даны таралған Ырымбур шәле лә башҡорттарҙыҡы икәнен, бәлки, кемдер белеп тә бөтмәйҙер. Был хаҡта текста, аҫтараҡ уҡырһығыҙ. Дөрөҫ, бөгөн һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре, алымдары бар. Баймаҡ шәлдәре лә бер ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Хәйер, һүҙҙе шәл бәйләү оҫталарына бирәйек. Улар ҡайһы яҡтың шәлдәрен иң яҡшыһы, тип әйтер?
Ейәнсураныҡы яҡшыраҡмы, Баймаҡтыҡымы?
Зәбирә Ишмырҙина - Ейәнсура районы ҡыҙы. Йылым ауылына килен булып төшкәненә лә байтаҡ ҡына. Бала саҡтан уҡ ҡулдарына энә алып, бәйләү серҙәренә төшөнә ул.
- Әсәйем ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән кис ултырыуға йыйылалар ине, мин дә уларҙан ҡалмай бара инем, - ти Зәбирә Дәүләтша ҡыҙы. - 13-14 йәштән бәйләргә өйрәндем. Әсәйемдәргә ҡарап, тәүҙә шәл ситенә тотондом. Артабан уға биҙәктәр һалырға өйрәндем. Бөгөн нисә шәл бәйләгәнемде иҫләмәйем дә.
Әсәһенә эйәреп ҡул эштәренә өйрәнгән Зәбирә Ишмырҙина тора-бара башҡа әйберҙәргә лә тотона. Кофта, күлдәк, шапка, бейәләй, носкиҙар ҙа бәйләй. Ырғаҡтар менән дә эшләргә өйрәнеп ала. Диван, ултырғыс ябыуҙарына тотона. “Ә шулай ҙа иң яратып бәйләгәнем – шәл”, - ти Зәбирә апай.
Бөгөн мамыҡ шәлдәрҙе күп осратырға була. Улар араһында Ейәнсура шәлдәре лә киң популярлыҡ яулай. Ғөмүмән, Ейәнсура шәле Баймаҡтыҡынан айырыламы, ҡайһыныһы яҡшыраҡ, тип оҫта ҡуллы хужабикәгә киләһе һорауҙарымды яуҙырам.
- Ейәнсура яҡтарында булған мамыҡ кәзәләре был яҡта юҡ. Уларҙың дебете әллә ҡайҙан ялтырап, ҡабарып тора. Мода өсөн генә яҡшы инде, ҡабарып торһа ла һыуыҡ улар, - тине Ейәнсура ла тыуып үҫеп, Баймаҡ ерендә йәшәгән шәл бәйләү оҫтаһы. - Ә бына беҙҙең яҡ һыуыҡтары өсөн, әлбиттә, Баймаҡ кәзәләренең мамығынан бәйләнгән шәлдәр яҡшыраҡ. Улар йылыраҡ та, йомшаҡ та.
Бер ҙә икеләнмәгәйнем шундай яуап алырыма. Сөнки һәр төбәктең үҙенә генә хас шарттары, тәбиғәте, халҡы ла шуға яраҡлаша, үҫешә бит. Үҙебеҙҙең генә урман-ҡырҙарыбыҙ, ҡош-ҡорттар, мал-тыуар... Бер
Башҡортостанда йәшәһәк тә, тәбиғәттә шундай ҙур айырмалар күҙәтелә. Һыу ҙа, тау ҙа башҡа. Шул уҡ ваҡытта кәзәләрҙең йәшәгән еренә ҡарап, дебеттәре лә айырыла.
Ә шулай ҙа Зәбирә апай кем ниндәй дебеттән шәлгә заказ бирә - шунан бәйләйем, тине. Ҡунаҡҡа ғына ябынып йөрөр өсөн тәғәйен шәлдәргә “Волгоград” тоҡомло кәзәләрҙең мамығын һатып алам”, - ти оҫтабикә. Биҙәктәрҙе үҙе һайлай. Күңеленә ниндәйе килә - шуларҙы теҙә. Интернеттан, китаптарҙың кәрәге юҡ, бөтәһен дә яттан белә. Иң яратып һалған биҙәге – “йөрәк”. Һораусылар булһа, шәлдәргә исемдәрен дә яҙып бәйләй икән.
- Зәбирә апай, бер шәлде бәйләү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
- 6-7 көндә әҙер була. Бер ултырғанда бер яҡ ситен бөтөрөргә мөмкин.
- Шәлдең һәйбәтме, насармы икәнлеген нисек билдәләргә?
- Шәлдең уртаһынан тотоп дебетен тартып өҫкә күтәрәһең. Әгәр ҙә өҙөлөп сыҡһа – насар. Еп ҡушып иләнгәндәре лә сифатһыҙ. Уларҙың йылыһы оҙаҡҡа бармай, мамығы ҡойолоп бөтәсәк. Дебетен усҡа алып ыуалап ҡарап та билдәләргә мөмкин. Усҡа һалып ыуалағанда ҡабарып, сәсрәп торһа – дебете яҡшы. Тумарлап ятһа инде – ундайҙарҙы алмауың хәйерле.
- Бәйләгән шәлдәрҙе нисек һаҡларға?
- Мамыҡ шәлдәрҙе 3 литрлыҡ банкаларға һалып, ябып ултыртып ҡуям. Шулай килеш яҡшы һаҡлана, көйә төшмәй. Ғөмүмән, һәр ваҡыт ҡулланышта булған шәлдәр яҡшы һаҡлана. Бер ваҡытта ла сифатын юғалтмай.
- Үҙегеҙҙең бәйләгән шәлде башҡаларҙыҡы менән нисек айыраһығыҙ?
- Һәр кемдең үҙенә генә хас почерегы булған кеүек, бәйләмдә лә шундай эҙ бар. Оҫта ҡулдарҙан бәйләгәндәр күҙгә ташланып тора. Дебеттәре тигеҙ сыға.
- Иң яратып бәйләгән шәлегеҙ ниндәй?
- Аҡ дебеттән ике шәл бәйләнем, береһе – апайыма, икенсеһе үҙемә тип. Шул ҡәҙәр күңел һалып бәйләгәнгәме, яратып ябындым.
Шулай итеп, ҡәҙерле дуҫтар, Зәбирә Ишмырҙинанан һеҙгә кәңәш: ҡунаҡҡа тигәнен Ейәнсураныҡын алһағыҙ ҙа, ҡышҡы һыуыҡтарҙа өшөмәҫ өсөн үҙебеҙҙең Баймаҡ кәзәләренең мамығынан бәйләнгән шәлдәрҙе һайлағыҙ.
Шәл менән өй һалған Зөлфиә
Ишмырҙа ауылынан шәл бәйләү оҫтаһы Зөлфиә Солтанғолова 5 йәшендә үк ҡулына энә тота. Барлыҡ ҡул эштәре серҙәренә Салауат ҡалаһында йәшәгән апаһы Фаягөлдән өйрәнә.
- Шәл бәйләп балаларҙы уҡыттыҡ, өй һалдыҡ, - ти Зөлфиә Тимербулат ҡыҙы. – Ғүмеремдә нисәне бәйләгәнмендер, иҫләмәйем. Украинаға ла китте, Алтайға ла. Бүләккә лә, үҙҙәренә тип тә алалар. Килен һөйөүгә тип паутинкаға заказ биреүселәр күп. Бер ултырһам, бөтмәйенсә тормайым. Наркотик һымаҡ икән ул, бәйләге генә килеп тик тора. Эш башлағанда тәҙрәгә ҡарайым. Уңған кеше үтеп барһа – шәлемдең осона тиҙ сығам. Ә инде аяғын саҡ һөрәп йөрөгән кеше булһа – бөттө баш! Носки, бейәләй бәйләргә яратмайым. Ихласлап тотонһаң бөтә лә ҡуя. Ә минең бәйләгем килә.
Шәлдәрҙең уртаһын да Зөлфиә апай ҡул менән бәйләй. Машинканан үткәндәре тигеҙ булһа ла йылыһы булмай, сифаты юғала, бер йылдан уҡ ҡойола башлай, тип аңлатты ул быны.
- Баҙарҙа, магазиндарҙа тәкләп һалып бөткән шәлдәрҙе күп күрергә тура килә, күбеһенең уртаһы машинка менән бәйләнгән, - ти Зөлфиә Солтанғолова. - Мин дә шулай эшләһәм, тиҙерәк булыр ине лә ул, ләкин намыҫым ҡушмай. Кеше хәләл аҡсаһына һатып ала, мәнфәғәтен күрергә тейеш. Шунлыҡтан бер килгән кеше миңә таға ла шәл һорап килә. Бәйләп бөтөп торам, алып китеп торалар. Әҙер ятҡан бер генә лә шәлем юҡ.
Дебетте Зөлфиә апай Ырымбур яҡтарынан алдыра. “Беҙҙең яҡтың ҡылғындары кәзәнең итенә лә, мамығына ла инеп бөтә. “Волгоград” тоҡомлоһон да, Ейәнсуранан да кәзә һатып алып көтөп ҡарағаныбыҙ булды. Ләкин улар беҙҙең шарттарҙа яҡшы дебет бирә алмай, үҙҙәренең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан. Ейәнсура кәзәләре тауҙан-тауға йөрөй. Иртә яҙ менән сығып китәләр һәм ҡар яуғас ҡына ҡайталар. Шунлыҡтан дебеттәре лә яҡшы. Ныҡ ҡына ҡабара, ләкин йылы томай. Үҙем шәхсән Ырымбур яҡтарының дебетенә өҫтөнлөк бирәм. Уларҙың мамығы ла тос, йылыға тура килә”, - тине Зөлфиә Солтанғолова.
Дебетте тетеү, ҡабалау, иләү, сиратыу ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә. Шәлгә тигән дебетте артыҡ ныҡ сиратырға кәрәкмәй – ҡабармаясаҡ. Ҡайһы бер шәлдәрҙә ҡыҙыл, һоро юлаҡтар күрергә тура килә. Баҡтиһәң, ике тапҡыр яҡшылап ҡабаланмағанлыҡтан бер төҫкә инеп өлгөрмәй икән улар. Ҡайһы бер “эшҡыуар” ханымдар үҙҙәренең шундай кәмселектәрен бөтөрөргә тырышып, шәлде кофе йәки сәй
төнәтмәһенә һалып буяй икән. Тора-бара ул юйылып, үҙенең ысын төҫөнә инә һәм ҡола-ала булып ҡала.
- Шәлгә иң яратып һалған биҙәгем – ромбик. Ә паутинкаға, ул нисек аталалыр белмәйем, әммә 5 күҙҙән 5 күҙ сығарып бәйләгәнемде иң матуры тип уйлайым, - ти Зөлфиә Солтанғолова.
Бына шулай дуҫтар, шәл бәйләп өй ҙә төҙөгән, балаларын да уҡытҡан Зөлфиә апай бөгөн дә ҡулынан энәһен төшөрмәй. Тимәк тағы кемгәлер дебет шәле кәрәк.
Дебет шәле – шәп дарыу!
Кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдең бик тә файҙалы икәнлеге күптән раҫланған. Ул дымды һеңдерә, парға әйләндерә, шул уҡ ваҡытта үҙе һәр ваҡыт ҡоро ҡала. Ә инде ҡоро йылының быуын һыҙлағанда, ревматизмдан файҙаһы бик ҙур икәнлеген беләбеҙ. Дебеткә кәзә майы һеңгән, шунлыҡтан йөнгә туҙан ултырмай, аллергия тыуҙырмай. Тамаҡ ауыртҡанда мамыҡ шәлде тамаҡҡа, ә бөйөр ауыртҡанда, радикулит яфалағанда билгә бәйләйҙәр.
Кәзә мамығында панолин бар. Ул йәрәхәттәрҙе төҙәтергә, һынған урынды тиҙерәк уңалтырға булышлыҡ итә. Баш ауыртҡанда ла ул иң яҡшыһы. Полиневриттан ярҙам итә. Тәндең һиҙгерлеген арттыра. Табанығыҙ борсоһа, аяҡ кейеменең эс яғына кәзә мамығы һалығыҙ. Варикоздан яфаланыусыларға ла аяҡтарына шәл урарға кәңәш ителә.
Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә
Шәлгә яҡшы теләк ҡушып бәйлә.
Шәлде тығыҙ бәйләгән ҡыҙ – йомарт, бушаҡ бәйләгән ҡыҙ һаран була.
Йырлай-йырлай бәйләнгән шәл тиҙ ҡабара
Ай тулғанда – кәзә тара.
Ҡулымда дебет – астан үлмәм.
Кәзә әҙ ашай – күп бирә.
Кәзәһе һимеҙ – дебете тигеҙ.
Кискә ҡарай шәл башлама.
Башҡорт шәле төрҙәре
“Дебет шәл”, “мамыҡ шәл” – дебеттән бәйләнгән ғәҙәттәге шәл. Ул ситтәренә биҙәк һалынып, “тел” менән семәрләп бәйләнә. Дебет шәлдең “килен шәле”, “ҡыҙҙар шәле”, “әбейҙәр шәле” тип тә атап йөрөтәләр.
“Селтәр шәл” йәки “үәл” – эре итеп йыш күҙ салып, күп биҙәк һалып, нәҙек иләнгән мамыҡтан һирәк итеп бәйләнгән күренмәле шәл.
“Ауыл шәле йәки “урман шәле” – кәзә мамығынан йыуан итеп иләп, ҡалын энә менән бәйләнә. Ул ныҡ ҡабарыуҙан, тығыҙ бешеләнә, кейеҙләнә. Шунлыҡтан тун кеүек йылы була. Уны юрған урынына ла ҡулланалар.
“Өсмөйөш шәлдәр” - йәш ҡыҙҙарға йәки йорт араһында ябына торған шәл.
Эшкә тотондом... Ҡасан бөтөр?
Шәл бәйләү бик оҙайлы процесс талап иткән иткән эш. Дебетен әҙерләп алыуға ғына ла байтаҡ ваҡыт талап ителә. Кәзәнең мамығын тарау, ҡыллау, тетеү, кәрәк булһа уны буяу, аялау (шапалау, ҡабалау, тәпәләү)... Артабан иһә дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау, артабан сиратыу, йомғаҡлау... Шунан инде шәлдең ситен башлау, телдәрҙе һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай кәрәкле ҙурлыҡҡа еткереү... Һуңынан урта теҙеү һәм бәйләү... Урта әҙер булғас, ситтәрен тегеп сығыу... Бының менән генә лә шәл әҙер, тигән һүҙ түгел әле. Уны һабынһыҙ ғына, шампунь ҡушып һыуҙа ебетеп, сайҡау һәм телдәрен ҡаҙауҙарға индереп киргестә киптереү.
Әҙер шәлде тышҡа сығарып сафландырыу, таҙартыу йолаһы ла бар. Уны ҡарға сумдырып-сумдырып, хатта тапап та алып, дүрт яғынан яҡшылап һелкеп, ҡайтанан киптерергә эләләр. Шулай иткәндә дебете тағы ла ҡабарып, матурайып китәсәк. Күрәһегеҙ, шәл бәйләү өсөн дә әллә күпме ваҡыт, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә.
Шундай дебеттән бәйләнгән шәлдәр иң яҡшыһы:
- кәзәнең өҫтөнә ҡалҡып, ялпылдап торған мамығын ҡалҡҡан дебеттән бәйләнһә;
- тәкә дебетенән, йәғни уның муйынынан алынған мамығын булһа;
- “алтын балдаҡ аша үтерлек” шәл шыма, таҙа дебеттән әҙерләнгәндәр;
- “семтеп тотоп әйләндерһәң дә өҙөлмәй”, тип әйтерлек булған оҙон дебеттән бәйләнгәндәр;
- “йөҙйәшәр дебет” тип дөрөҫ һаҡланған, даими һәм оҙайлы ваҡыт ҡулланышта булған шәлде әйтәләр.
Күңел һалған биҙәктәр: “һалма”, “кәкерсәк”, “бесәй табаны”, “тулҡын”, “тура биҙәк”, “йәйғор”, “шыршы”, “борсаҡ”, “төймә”, “тәгәрмәс эҙе”, “Заһира биҙәге”, “тау биҙәге”, “тәҙрә биҙәк”, “өҙмәкәй”.
Ырымбур мамыҡ шәле – Башҡортостандыҡы!
Ырымбурҙа һатылған мамыҡ шәлдәрҙең Башҡортостанда йәшәүсе оҫтабикәләрҙең ҡулынан тыуғаны мәғлүм. Ырымбур мамыҡ яулыҡтарын етештереүсе фабрикаһы ла тап башҡорт шәлдәренең матур, йылы һәм файҙалы булыуын күҙ уңында тотоп асылған. Алыпһатарҙар тотош республика буйлап, дебет шәлдәрҙе һатып алып, Ырымбур, Ташкент, Урта Азия, Себер баҙарҙарына сығарған. Бөгөн дә ул шулай дауам итә. Мәҫәлән, беҙҙең райондан ғына ла алып ҡарайыҡ. Һәр ауылда бер нисә шәл бәйләүсе бар. Уларҙың эше ҡайҙа китә? Дөрөҫ, башлыса Ырымбур яҡтарына. Ә унан башҡа тарафтарға. Дебет тә, бәйләүселәр ҙә беҙҙеке булһа ла башҡорт дебет шәле Ырымбурға дан килтерә. Шуныһы ҡыҙғаныс...
Кәзә түгел – алтын!
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында хужалыҡтарҙа кәзәләрҙе бөтөрөргә, тигән фарман сыға. Һөҙөмтәлә ысын дебет кәзәләре юҡ ителә. Шундай ысын булған хәлде бәйән иткән легенда йәшәй. Ейәнсура районының Һүрәм йылғаһы буйындағы бер ауылда бик оҫта шәл бәйләүсе була. Килен булып төшкәс, ҡәйнәһе уға арбанан таянып төшөргә башмаҡ килтерә. Уға кәзә лә эйәрә. Кәзә ҡыбырлар-ҡыбырламаҫ торған башмаҡты этеп ебәреп, киленгә ынтыла. Кәзә тәкәһенең ҡоростай мөгөҙөнә таянып төшкән килен: “Былай булғас, шартлатып донъя көтәсәкмен”, - тип уйлай. Бер-ике йылдан кәртәһе тулы кәзә була. Егәрле ҡатын йыл әйләнәһенә дебетте эшкәртә, шәл бәйләй. Был ауылға ла “кәзәләрҙе бөтөрөү” сәйәсәте килеп еткәс, теге ҡатын оло юлға сығып, үтеп барған машинаны туҡтата һәм водителен өгөтләп, кәзәләрҙе тейәп, Ырымбур өлкәһенә ҡараған Һарыҡташ станцияһындағы “ызнакумына” оҙата. “Это не коза, это алтын. Не резать, не убить, а то беда будет. Пять лет жди. Сколько козы будет, столько и алтын будет”, - тип сәләмен әйтеп ебәрә. Кәзәгә ҡаршы “яу” баҫылғас, теге ҡатын бер тракторға 22 баш кәзәһен тейәп алып ҡайта. Шуның менән ауылға ҡот та ҡайта. Оҫтабикә ҡайтанан шәлдәрен бәйләй башлай.
Автор: Лилиә ТАКАЕВА.
Фотолар шәхси архивтан һәм асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: