Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Ғинуар 2021, 15:40

Кипкән сырҙы ла ташлама!

*Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була. 0,5 см ҡалынлығында ҡырҡылған сырҙы туҡылған йомортҡаға манығыҙ ҙа, уға сохарый онтағы йәки он һибегеҙ...

*Көн дә иртән эшкә ашыҡҡанда ла 10-15 минут йәйәү атлауға ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Кәйефегеҙ күтәрелер.

*Иртәнсәк йыуынғанда һәм кис йоҡлар алдынан ауыҙығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡағыҙ. Был нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә.

*Һуған, һарымһаҡ һәм кишерҙә фитонцидтар күп. Көн дә аҙ ғына һуған, һарымһаҡ, кишер ашарға өйрәнһәгеҙ, микробтар һеҙгә яҡын юлламаҫ

*Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн аҙнаға бер тапҡыр бер сәй ҡалағы тоҙ һалынған бер стакан һыу менән ауыҙығыҙҙы сайҡағыҙ.

*Һәр ашҡа яңы бешкән тәм биреп була. Бының өсөн уға томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға кәрәк. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр.

*Иртән йәки кисен ҡалған бутҡаларҙан пудинг, кәтлит, запеканка, ҡоймаҡ әҙерләргә мөмкин.

*Кистән бешкән макарон ҡала, тип һис тә хафаланмағыҙ. Уны иртән майлы табаға һалығыҙ ҙа, туҡылған йомортҡа, бер семтем тоҙ өҫтәп, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибегеҙ. Алтынһыу төҫкә ингәнсе духовкала йәки мейестә бешерегеҙ.

*Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була. 0,5 см ҡалынлығында ҡырҡылған сырҙы туҡылған йомортҡаға манығыҙ ҙа, уға сохарый онтағы йәки он һибегеҙ. Шул килеш эҫе майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ.

Читайте нас: