Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Ғинуар 2021, 21:10

Бик тәмле киске аш

Кискелеккә бик тәмле лә, үҙенсәлекле лә ризыҡ әҙерләргә теләйһегеҙме? Тимәк, тултырылған помидорҙар һеҙҙең өсөн!

8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 300 г бәшмәк, тоҙ кәрәк. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ. Бешкән йәки маринадланған бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға ошо фаршты тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, духовкала 10-15 минут бешерегеҙ.

Читайте нас: