Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Ғинуар 2021, 16:36

Холестиринды кәметеүсе үләндәр

#Һаҡмар_дауалайСирләп, ауырып киткән осраҡта кеше аптекаға йүгерә. Ә унда... хаҡтар бик юғары. Ҡайһы саҡ халыҡ медицинаһы ярҙамға килеп ҡуя. Осһоҙ ҙа, уңайлы ла. Әммә нисек кенә булмаһын,

1. Кипкән йүкә сәскәһенән һәм ҡанүләнән (чабрец) эшләнгән он.
Был рецептҡа ярашлы кипкән үләндәрҙе ныҡлап онтар кәрәк (кофемолкала иҙһәң яҡшыраҡ). Әҙер ондо көнөнә 3-4 тапҡыр берәр балғалаҡ ашар кәрәк. Уның артынан әлморон төнәтмәһе йә таҙартылған һыу эсер кәрәк. Дауаланыу курсы 3-4 аҙна. Был ваҡыттан һуң ике аҙна ял итеп алғандан һуң курсты ҡабатларға мөмкин буласаҡ.

2. Прополис төнәтмәһе.

Таҙартылған йә ҡайнатып һыуытылған 30 гр һыуға 5-7 тамсы дүрт процентлы прополис төнәтмәһен һалып иҙегеҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20-30 минут алда өс-дүрт ай дауамында эсер кәрәк. Эффектын көсәйтеү маҡсатында төнәтмәгә ике тамсы яңы йыйып алынған юл япрағы һутын да ҡушырға мөмкин.

3. Бәпембә тамырынан он

Бәпембә тамырын кофемолкала онтап алығыҙ. унан Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 2-3 тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға кәрәк. Дауаланыу курсы биш айҙан алып алты айға тиклем.
4. Фаягөл (синюха, тумыртҡа мышары) тамырынан ҡайнатма

Был рецепт буйынса ҙур аш ҡалағы фаягөл тамырын 1 стакан һыуға һалып, һүрән утта ҡайнатып сығарығыҙ ҙа йәнә 30 минут бешерегеҙ. Ҡайнатманы 2-3 ҡат марля аша һөҙөгөҙ. Көнөнә 3 тапҡыр берәр аш ҡалаҡ эсегеҙ.
6. Татлы тамырҙан төнәтмә

Ике ҡалаҡ татлы тамырға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылы урында 15 минут төнәтегеҙ. Стакандың дүрттән бер өлөшөнә ҡойоп, көнөнә дүрт тапҡыр эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фотосығанаҡ: https://sun9-45.userapi.com/impf/oG5WTmIO36BEsVHSJ5K0GFkCexPiEV1VuNwJ9A/cyqFiPHBHSs.jpg?size=800x551&quality=96&proxy=1&sign=20621032a6ac9a07430771fc27ef043b&type=album
Читайте нас: