Һаҡмар
+11 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
23 Января 2021, 09:21
«Биш минут» ҡамыры
#Һаҡмар_рецептарЯл көнө яҡындарыбыҙҙы тәмле ҡамыр аштары менән һөйөндөрәйек. Был ҡамыр ни бары 5 минутта әҙер була. Унан бөйөрөктәр, булочкалар, бәлештәр, пицца һәм башҡа тәмлекәстәр бешерергә була. Бының өсөн ярты литр һөт, 5 стакан он, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ҡоро сүпрә кәрәк була.
Бының өсөн ярты литр һөт, 5 стакан он, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ҡоро сүпрә кәрәк була.
Табаҡҡа он менән әсеткене һалып болғатабыҙ. Унан яйлап ҡына йылымыс һөттө ҡоябыҙ. Унан бер-бер артлы шәкәр, тоҙ, үҫемлек майын өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә ҡалаҡ менән болғатабыҙ ҙа йәнә бер стакан он өҫтәйбеҙ. Ҡул менән яҡшылап баҫабыҙ һәм целлофан пакетҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Йәнә 2 сәғәттән ҡамыр әҙер була.
Әйткәндәй, был ҡамырҙы һыуытҡыста оҙағыраҡ та һаҡлап була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"