Һаҡмар
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Ғинуар 2021, 13:29
Ябыҡ ҡоймаҡтар
Изге йома көн мөбәрәк булһын! Йома көн ғәҙәттә май еҫе сығаралар. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡоймаҡ ҡояйыҡ. Тик был юлы ул ябыҡ булһын. Эслек урынына үҙегеҙ теләгән тәмлекәсте һала алаһығыҙ. Бының өсөн 4 аш ҡалағы манный ярмаһы, 1.5 стакан он, 2 йомортҡа, 400 мл кефир, 100-120 мл һыу, 0.5 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 0.5 балғалаҡ тоҙ (әҙерәк булыуы ла ихтимал, тәменә ҡарағыҙ), 3 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була.
Бының өсөн 4 аш ҡалағы манный ярмаһы, 1.5 стакан он, 2 йомортҡа, 400 мл кефир, 100-120 мл һыу, 0.5 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 0.5 балғалаҡ тоҙ (әҙерәк булыуы ла ихтимал, тәменә ҡарағыҙ), 3 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була.
Йомортҡаны бер аҙ туҡып алабыҙ ҙа тоҙ, шәкәр, кефир, һыу, манный ярмаһы, он һәм аш содаһын өҫтәйбеҙ. яҡшылап болғатҡандан һуң үҫемлек майын өҫтәйбеҙ.
Ҡоро табаның ҡап уртаһына 2-3 аш ҡалағы әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. Шыйыҡ ҡамыр йәйелер һәм уның диаметры 10-12 см тирәһен булыр. Ҡоймаҡтың өҫтө күбекләнеп, тишекләнеп ҡатыр. Уны табанан алабыҙ ҙа, урынына тиҙ генә икенсеһен һалабыҙ. Уларҙы бер-береһе менән ҡатларға ярамай, йәбешәсәктәр. Ә бына алдан әҙерләп ҡуйған эслекте һалып, йәбештергәндә бик ҡулай була.
Әгәр инде сыр һалһағыҙ, аҙаҡ бешереп бөткәс, бер-ике минутҡак духовкаға ҡуйып алығыҙ!
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!
фотосығанаҡ: https://sun9-56.userapi.com/impf/yOX0U7HNa5uSFR0wI4FP-CJj8p1bwaRBYUiMEg/IAYoOpNnaMw.jpg?size=604x471&quality=96&proxy=1&sign=86163bbeefe75b4411105a8fb93e80f0&type=album
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы