Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ғинуар 2021, 19:15

Ләүәштән торт

Ләүәштән нимә генә эшләмәйҙәр. Урама ла, турама ла, ҡош телен дә, ҡабымлыҡты ла, хатта... торт та эшләйҙәр. Биш минутта торт әҙерләргә теләк булһа, һин дә был рецепҡа ҡушыл.

140 гр йоҡа ләүәш, 1.5%-лы 400 мл һөт, 35 гр кукуруз крахмалы, бер аҙ ванилин, шәкәр.
Крем эшләү өсөн кәстрүлгә һөт, ванилин, крахмал, шәкәр өҫтәп, ҡуйырғансы ҡайнатырға (яҡынса 2 минут килеп сыға).
Ләүәште шаҡмаҡлап турағыҙ.
Туралған ләүәштең өҫтөнә крем һөртөгөҙ һәм ҡатлап һалығыҙ. Туралған ләүәш бөткәнсе ошолай эшләр кәрәк. Өҫтөн һәм сит яҡтарын крем менән һылап, һеңһен өсөн бер төнгә һыуытҡысҡа ултыртып тороғоҙ.
Торт әҙер.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!
Фотосығанаҡ: https://sun1-18.userapi.com/impf/g9NS9xgg7_4SekHf4aw9PUzuuUpkNZ5XkTkJ6A/8IT2Vp7_z-Q.jpg?size=936x936&quality=96&proxy=1&sign=4b026bd6cbb43fc3a9cd8a9f7a24574a&type=album
Читайте нас: