Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Ғинуар 2021, 18:15

Ни өсөн иртән һыу эсеү файҙалы?

Иртән тороу менән ас ҡарынға һыу эсеү – Японияла бик популяр булған ритуал. Һеҙ ҙә был файҙалы ғәҙәткә өйрәнеп алығыҙ. Иртән эскән һыу организмдағы барлыҡ процестарға ла ыңғай йоғонто яһай. Был ғәмәлде көн һайын башҡарыу – ашҡаҙан-эсәк тракты эшен көйгә һала, тирене нормаға килтерә һәм нервы системаһын тынысландыра.

Күптәр һыу эсергә кәрәк, был файҙалы тигәнде ишеткәне бар. Ниндәй тылсымлы тәьҫире бар һуң был ғәмәлдең?
Иртән тороу менән ас ҡарынға һыу эсеү – Японияла бик популяр булған ритуал. Һеҙ ҙә был файҙалы ғәҙәткә өйрәнеп алығыҙ. Иртән эскән һыу организмдағы барлыҡ процестарға ла ыңғай йоғонто яһай. Был ғәмәлде көн һайын башҡарыу – ашҡаҙан-эсәк тракты эшен көйгә һала, тирене нормаға килтерә һәм нервы системаһын тынысландыра.
Ошо яҙманы уҡып сығығыҙ һәм һеҙ ҙә көн һайын иртән һыу эсә башлағыҙ. Сәләмәтлек һәм тәрбиәле тышҡы ҡиәфәт еңел генә биреләсәк: ни бары бер стакан һыу тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк. Ни өсөн тиһегеҙме?
- Иртән ас ҡарынға эселгән һыу дауалау ысулы кеүек файҙаланыла. Ул шәкәр диабеты, һимереү, гормональ баланс боҙолоуо, артрит, аритмия, мигрень, бөйөр сирҙәренән ҡотолоу мөмкинлеге бирә. Был исемлекте оҙаҡ дауам итергә була – билдәле булыуынса, барлыҡ эске органдарҙың сәләмәтлеге ашҡаҙан-эсәк трактының дөрөҫ эшмәкәрлегенә бәйле. Ашҡаҙан менән эсәклек һау икән, башҡа сирҙәр ҙә сигенә. Иртән эскән бер стакан һыу эсәктәрҙе таҙарта, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм ашҡаҙан эшен нормаға килтерә.
- Таҙа, йылы бер стакан һыуҙы уяныу менән эсергә кәрәк. Бынан һуң иртәнге бәҙрәф ритуалын үтәргә һәм тағы бер стакан һыу эсергә кәрәк. Ошонан һуң ғына иртәнге аш ашарға була. Ашҡаҙан таҙартылды, эсәктәргә һыу инде. Көн дауамында сафлыҡ һәм күңел күтәренкелеге тоясаҡһығыҙ. Көн дауамында йәнә ике стакан йылы һыу эсеү файҙалы. Быны ашар алдынан 30 минут алда эшләгә кәрәк. Сәй менән ҡәһүәне лә аш алдынан эсергә кәңәш итәләр. Ғәҙәттәге кеүек быны ашағандан һуң эшләһәң, ашҡаҙанда өҫтәмә шыйыҡса йыйыла һәм эшкәртелмәгән аҙыҡ күләме арта.
- Иртән һыу эсә башлаған кешеләр шешенеүҙән ҡурҡа. Әгәр һин көнөнә организм өсөн кәрәкле һыу күләме эсәһең икән, нимә буласаҡ? Тик файҙа ғына! Шешенеү иһә дөрөҫ булмаған туҡланыу һәм рационда тоҙҙың күп булыуы арҡаһында барлыҡа килә. Шулай булғас ҡурҡмайынса һыу эсегеҙ һәм организмығыҙҙы нығытығыҙ!
Автор: Альфия Мингалиева

«Башҡортостан» гәзите

Читайте нас: