Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Ғинуар 2021, 17:38

Бауырһаҡ

Уны берәүҙәр бауырһаҡ, тиҙәр, икенселәр "төшләрем" тип атай. Нисек кенә аталмаһын, ул бик тәмле ризыҡ. Ауыҙҙа иреп тора.

Төшләрем (бауырһаҡ)

Был бауырһаҡты бешерер алдынан йомортҡаларҙы туңдырғысҡа һалып ҡуйыр кәрәк булыр. Ни тиклем оҙағыраҡ туңып ятһа, шул тиклем ҡабарып, күпереп торор. Шулай уҡ үтә ел (сквозняк) булырға тейеш түгел. Елдә ҡамырҙың өҫтө ҡата һәм ул майҙа ҡабара алмай. Бешеп еткәс тә майҙа оҙаҡ тоторға ярамай. Май һеңдереүе бар. Бауырһаҡты ҡайнар майға һалырға кәңәш ителмәй. Май йылымыс булырға тейеш.
Туңдырғыстан кистән 5 йомортҡаны алып, ҡабығын әрсеп, иретергә ҡуйығыҙ. Унан миксер менән туҡып алығыҙ. Инде һарыһы таралып, күпереп тоғанын күрһәгеҙ, йәнә туңмаған ике йомортҡа ҡушығыҙ. Миксерҙы әйләндереп алығыҙ.
Хәҙер инде 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, балғалаҡ башына ғына элеп сода алығыҙ һәм 9 процентлы уксус менән һүндерегеҙ. Барыһын да туҡылған йомортҡаларға ҡушығыҙ. Сама менән әҙ-әҙләп иләй-иләй он ҡушығыҙ. Ҡамыр бик ҡаты булмаһын. Оҙаҡ итеп баҫҡанда ул ҡулға йәбешмәй башлаясаҡ. Тап шул саҡ һауыттың өҫтөнә таҫтамал ябып, ҡамырҙы ял иттереп алығыҙ. Унан ҡулды онлап, ҡамырҙы бер устай бүлеп алығыҙ һәм оҙон бау һуҙығыҙ. Хәҙер инде бер иш итеп ҡырҡҡылап сығығыҙ. Сөм һауытҡа май ҡойоғоҙ һәм майҙы ҡайнатып алығыҙ. Ҡайнаған май һыуынырға тейеш. Йылымыс хәлгә килгәс ҡабаттан утҡа ултыртығыҙ. Хәҙер ҡырҡҡылап сыҡҡан төштәрҙе майға төшөрәбеҙ. Әҙ-әҙләп кенә төшөрөгөҙ, юғиһә бер-береһенә йәбешеүе ихтималлығы бар. Төштәр һалынып бөттө. Утты бер аҙ көсәйтегеҙ һәм стакандың дүрттән бер өлөшөләй һалҡын һыу ҡойоғоҙ. Табаны бер аҙ һелкетеп алығыҙ, һыу таралһын. Матур итепҡыҙарғас, берәр бауырһаҡты алып ҡарғыҙ. Шиңмәй икән, бауырһаҡ әҙер, тигән һүҙ.
Икенсе тапҡыр төштәрҙе һалыр алдынан майҙы икенсе бер һауытҡа бушатығыҙ һәм төбөн түгегеҙ. Табаны сайҡатып алырға онотмағыҙ һәм алда тотонолған майҙы һаҡ ҡына ҡойоғоҙ. Төбөнә ултырғаны ҡойолмай ҡала. Был май күбекләнмәһен өсөн эшләнелә. Йәнә лә шулай уҡ бешерелә.
Бауырһаҡты баллар өсөн ярты сткан һыуға 1 стакан шәкәр ҡомо һалып ҡайнатырға ҡуйығыҙ. 3-4 минут ҡайнағас, 3 аш ҡалағы бал өҫтәгеҙ. Йәнә лә ҡайнатығыҙ. Ҡатырыр алдынан табағығыҙҙы утҡа ултыртып бер аҙ йылытып алығыҙ һәм төштәрҙе һалығыҙ, унан өҫтөнә сиропты ҡойоғоҙ. Ҡулығыҙҙы һыуға мансып алып, матур итеп тәрилкәләргә өйөп ултыртығыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!
Фото һәм рецепт https://vk.com/wall-33502229_71635 сайтынан алынды.
Читайте нас: