Буҙаны тәмләп ҡараған кеше йәнә лә эсергә теләк уяна. Уны һәр кем үҙенсә әҙерләй, бешерә. Күптәр буҙаны геркулес менән әҙерләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр буҙаны бойҙайҙан, дөгөнән дә эшләйҙәр икән. Башҡорттар -- һолонан, Туркестанда дөгөнән, Ҡырым татарҙары бойҙайҙан эшләй.
Иң еңеле геркулестан эшләнә. Традицион вариантта һолонан бешерәләр. Тик бының өсөн башта быҡтыралар, ҡыҙҙыралар, унан онтайҙар. Шулай уҡ геркулестан ғына эшләргә мөмкин. Әйткәндәй, уның тәме бының менән үҙгәрмәй.
600 гр геркулес, 7 литр һыу, 160 гр шәкәр, 100 гр аҡ май, 5 гр әсетке, 50 гр бойҙай оно кәрәк була.
Һауытҡа һалып, геркулесты блендер менән иҙепе алығыҙ. Кофемолка ла бик ярап ҡала. Уны бойҙай ононга ҡушығыҙ. Майҙы иретеп, ҡоро ҡатнашма өҫтөнә ҡойоғоҙ. Унан 480 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Яҡшылап болғатҡандан һуң ҡуйы ғына бутҡа килеп сығырға тейеш. Төрөп, ярты сәғәткә ултыртып тороғоҙ.
2 литр эҫерәк һыу өҫтәп болғатығыҙ ҙа, әсетке өҫтәгеҙ. Теүәл 3 сәғәттән ул күперә башлар, үҙенән әскелтем еҫ сығыр. Ҡалған һыуҙы өҫтәгеҙ һәм өҫтөн марля менән ҡаплағыҙ. Йылы урында бер тәүлек тотҡандан һуң буҙа әҙер булыр. Уны яҡшылап һөҙөп алығыҙ һәм артабан әсемәһен өсөн һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ. Тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә лә була.
Йәнә бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Быныһы иң дөрөҫө тип һанала. Был буҙаны Совет! Разлитый в бутылки и плотно закупоренный напиток получится слегка газированным и будет напоминать квас. быуатта гректар ҙа эшләгән.
9 литр һыуға 350 гр шәкәр, 600 гр йыуылған тары, 50 гр әсетке, 250 гр он алына.
Тарыны кәстрүлгә һалып, 1,5 литр һыу ҡойоғоҙ. Талғын утҡа ултыртығыҙ. Ярма бешеп сығырға тейеш. 1 литр һыу ҡайнатып, ондоң өҫтөнә ҡойоғоҙ. Яҡшылап болғатыр кәрәк. Араһында ярмаланып ҡатып ҡалырға тейеш түгел. 4 сәғәткә ҡалдырып тороғоҙ. Бүлмә температураһында бюулғас, һыуынған тары бутҡаһын ҡушығыҙ. Әсеһен өсөн 12 сәғәткә йылы урынға ултыртып тороғоҙ. Һөҙгөстән һөҙөп алығыҙ, унан һыу менән сайығыҙ. Ҡаты өлөшөн һыҡҡандан һуң ташлағыҙ. Шәкәр ҡушып, йылы урында 18 сәғәт тотоғоҙ.
Әҙер буҙаны һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Тәменә ҡарап, шәкәрҙе күберәк йә әҙерәк өҫтәргә була. Был эсемлекте дәрсен менән эсһәң, тәмле була тиҙәр.
Дөгө менән әҙерләнә торған буҙа. Әйткәндәй, был вариантта әсетке ҡушылмай.
9 литр һыуға 300 гр аҡ май, 3 кг дөгө оно, 800 гр ҡомалаҡ алына.
Дөгө онон кәстрүлгә һалып, 3 литр һыу менән болғата-болғата бешерегеҙ. Ҡуйырыу менән уттан алығыҙ. Өҫтөн туҡыма менән ябып, бүлмә температураһында өс көнгә ҡалдырып тороғоҙ. Ҙур кәстрүлдең стенаһына май һөртөп сығығыҙ. Унан кәстрүлгә дөгө ҡатнашмаһын һалығыҙ. 3 литр һыу өҫтәп, 1 сәғәт тирәһе болғата-болғата бешерегеҙ. Буҙа шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Быға яҡынса 3 литр һыу китә.
60 градусҡа тиклем һыуытып, онталған ҡомалаҡ өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатып, төрөп 1 сәғәт ултыртып тороғоҙ. Унан өҫтөн марля менән ҡаплап, һыуытығыҙ. Ике көн әсеһен.