Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Ғинуар 2021, 11:30

Сәйҙән сәс өсөн кондиционер

#Һаҡмар_кәңәш_итәБының өсөн 1 аш ҡалағы йәшел сәй генә кәрәк була. Сәс ҡойолғанда, майлы булғанда ярҙам итә. 1 аш ҡалағы йәшел сәйгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтәбеҙ. Унан сәйҙе һөҙөп, уның менән таҙа сәсте саябыҙ. Йыуып төшөрөргә ярамай. Сәс өсөн кондиционер сәсте йомшартып ебәрер, ебәк кеүек ялтыратыр.

1 аш ҡалағы йәшел сәйгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтәбеҙ. Һөҙөп, таҙа сәсте сайҡатабыҙ. Унан сәс йомшарып, етен кеүек балҡып, ялтырап китер.
Әгәр инде сәс ҡойолһа, ҡаты итеп бешерелгән йәшел сәйҙе баш тиреһенә 10 көн дауамында һөртәбеҙ. Был рецепт сәс ҡойолоуын туҡтатып ҡына ҡалмай, уны үҫтереп тә ебәрә.
Сәс майлы булғанда ҡаты итеп бешерелгән йәшел сәйгә 1 стакан имән ҡайырыһы төнәтмәһен ҡушып болғатабыҙ һәм әҙер төнәтмә менән сәсте сайҡатыр кәрәк. Шулай уҡ майлы сәстәргә 1 стакан ҡаты итеп бешкән ҡара сәйгә 1 стакан имән ҡайырыһы төнәтмәһен ҡушып болғатабыҙ. Был ҡатнашма менән таҙа сәстәрҙе сайҡатабыҙ. Әйткәндәй, был төнәтмә ҡара сәстәргә генә бара. Бер аҙ буяла.
Сәсте матур итеп һалр өсөн дә сәй ярҙам итә. 2 аш ҡалағы ҡара сәйҙе 1 стакан ҡайнар һыу менән төнәтәбеҙ. Уны һөҙөп, бигуди ҡуйыр, матурлап сәсте һалыр алдынан һөртәбеҙ. Шул саҡта сәс матур итеп һалынғандан һуң да формаһын оҙағыраҡ һаҡлар.
Читайте нас: