Һаҡмар
+6 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
8 Января 2021, 20:45
Остехондроздан дөгө кеҫәле ярҙам итер
#Һаҡмар_дауалайҠатыу ҡалҡҡан, тиҙәр халыҡ телендә остеохондроз тураһында. Ҡатыуҙы борон-борондан ыуып бөтөргәндәр. Ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫыу өсөн дөгө кеҫәле ярҙам итә! Ул тоҙҙо сығара. Уны беҙ өй шарттарында үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ.
1 литр ҡайнатып һыуытылған һыуға 4 аш ҡалағы үҙегеҙ теләгән дөгө сортын (тик онтағы булырға тейеш түгел), 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 5 ҡара йөҙөм һалабыҙ. Барыһын бергә болғатып, кеҫәлде 4 көн әсетәбеҙ. Әгәр эҫерәк урында ултырһа, 3 көн дә етә. Әсегән кеҫәлде һөҙөп, шешәгә ҡойоп, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Яртышар стакан кеҫәлде ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк.
Кеҫәлдең киләһе порцияһы тәүгеһенең ҡалдығынан эшләнә. Йәнә лә 3 аш ҡалағы лөгө, 3 аш ҡалағы шәкәр, 4 йөҙөм өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ 4 көн төнәтәбеҙ.
Икенсе тапҡыр һөҙөп алғандан һуң, ҡалған "әсеткенең" өҫтөнә 2 аш ҡалағы дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр һәм 3 йөҙөм өҫтәйбеҙ.
Был кеҫәл дөгө менән таҙарыныу принцибы менән башҡарыла. Тик был еңелерәк эшләнелә. Мәшәҡәте лә кәмерәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"