Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Ғинуар 2021, 16:18

Әфлисун менән тултырылған өйрәк

#Һаҡмар_рецептарҺеҙ берәй ваҡыт өйрәкте әфлисун менән бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Ммм! Тәмлелеге! Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Улайһа әйҙәгеҙ туңдырғыстан өйрәгегеҙҙе сығарығыҙ.

Бының өсөн ҙур булмаған өйрәк, әфлисун, алма кәрәк була. Маринадҡа 2 аш ҡалағы бал, 2 аш ҡалағы соя соусы, 50 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы кипкән һарымһаҡ, тоҙ алына.

Мариндтың бар ингредиенттарын ҡушып болғатабыҙ һәм өйрәккә һөртәбеҙ. Ике сәғәттән күберәк ваҡытҡа ҡалдырып торабыҙ (төнгөлөккә булһа йәнә лә яҡшыраҡ). Унан эсен алма, әфлисун киҫәктәре менән тултырабыҙ. Ике ҡат фольга менән өйрәкте уратабыҙ һәм 180 градус эҫелектәге духовкала 1 сәғәт бешерәбеҙ. Унан өйрәктең өҫкө ҡатындағы
фольганы асабыҙ һәм өҫтөнә айырылып сыҡҡан һурпаһын ҡоябыҙ. Йәнә лә 40 минуттай бешерәбеҙ. Һәр 15 минут һайын һурпаһын өҫтөнә ҡойоп торор кәрәк.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: