Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Ғинуар 2021, 17:05

Чебуреки бешерәйек!

Саф һауала уйнап, эшләп арып, асығып та киткәнһегеҙҙер, моғайын. Әйҙәгеҙ әле ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы һатып алынған түгел, ә үҙебеҙ бешергән, экологик яҡтан таҙа булған, ҡайнатылған ҡамырҙан әҙерләнгән чебуреки менән һыйлайыҡ. Ҡамыр өсөн:

Саф һауала уйнап арып, асығып та киткәнһегеҙҙер, моғайын. Әйҙәгеҙ әле ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы һатып алынған түгел, ә үҙебеҙ бешергән, экологик яҡтан таҙа булған, ҡайнатылған ҡамырҙан әҙерләнгән чебуреки менән һыйлайыҡ. Ҡамыр өсөн:
250 мл-лыҡ 4 стакан он;
1,3 стакан һыу (320 мл);
1 йомортҡа;
2 аш ҡалағы көнбағыш майы;
0,5 сәй ҡалағы тоҙ.
Фаршҡа:
700 г фарш;
350 г һуған;
1/3 стакан ҡатыҡ;
Тоҙ, борос, әгәр яратһағыҙ һарымһаҡ та ҡушырға мөмкин.

Фаршты икенсе төрлө лә әҙерләргә була. Уның өсөн ҡырғыстан үткәрелгән сыр, петрушка йәки укроп алып бутарға. Шулай уҡ һәр чебурекка помидор алабыҙ.

Һыуға тоҙ, май һалып ҡайнатып сығарырға. Уға шунда уҡ ярты стакан он ҡушып, яҡшы итеп болғатырға. Төйөр ҡалмаҫҡа тейеш. Утты һүндерергә. Артабан йомортҡа һәм ҡалған ондо ҡушып ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы ял иттерер өсөн 1 сәғәткә һалҡын ергә һалып торорға. Һуңынан уны өлөштәргә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәймә йәйергә.
Йәймәнең бер яҡ яртыһына фарш һалырға һәи икенсе яртыһы менән ҡапларға. Ситтәрен бөкләргә.
Чебуректарҙы ҡыҙҙырылған майҙа ике яҡлап бешереп алырға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: