Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ғинуар 2021, 21:57

Ҡомалаҡтан икмәк бешерәйек

Һеҙгә ике ысул тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ нисек икмәк бешерәһегеҙ? Беҙҙе лә өйрәтегеҙ.


Рәйсә Асҡарова:
Ҡомалаҡтан сөпрә яһап алһам, бер айға етә, бер ҡайнатып әҙерләгәне. Кистән икмәк башы яһайым. Бер ҡуш устай онға ҡайнар һыу ҡойоп бутайым да, һыуытырға ҡуям. Ярты сәғәттән сөпрә һалып бутайым да, һауытты таҫтамал менән төрөп алып ҡуям. Иртән йылымса һыу ҡойоп (яҡынса бер сүмес һыу), он һалып бутайым, икмәк әсетеү була инде мыныһы. Шунан өс-дүрт сәғәттән һуң тәмле еҫтәр сығарып икмәгем әсегәстен, тоҙ һалып, он өҫтәп, бик үк ҡаты булмаған ҡамыр баҫам.Ҡабаттан ултыртып ҡуям, өҫтөн ҡаплап. Бер сәғәттән ҡабарған ҡамырҙы әүәләп, алдан майланған табаға һалам да, тағы ла ярты сәғәттәй ҡабарғанын көтәм.Табалағы ҡамыр ҡабарғастын, духовкаға ултыртам, һәм бер сәғәттән хуш еҫле ҡомалаҡ икмәге әҙер. Әнейем шулай ысын икмәк һала ине. Хәҙер мин утыҙ дүрт йыл кейәүҙәмен, гел икмәк һалып өйрәнгәнмен. Иптәшем һәм балаларым магазин икмәген ашамай.

Тәнзилә Аҙнағолова:
Сүпрә эшләү өсөн, өс литрлы кәстрүлгә бик күп алмай ғына бер ике ус ҡомалаҡ һалып ҡайнатабыҙ. Талғын утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатҡас, өлкәнерәк һауытҡа һыуын иләк аша һөҙәбеҙ, ҡайнар һыу өҫтөнә яйлап он һала һала болғатабыҙ, ойошторабыҙ. Бер-ике стакан тирәһе он етәлер, оно ныҡ ҡуйы булмаһын. Йылымыс булғансы болғатабыҙ, шунан һуң бер-ике аш ҡалағы сүпрә һалып, яҡшылап болғатып, өҫтөн ябып, урап, йылы урынға ултыртабыҙ.
Кистән әҙерләп ултыртһаң, иртәнгә әҙер була.
Ә һеҙ нисек ҡомалаҡтан икмәк бешерәһегеҙ? Беҙҙе лә өйрәтегеҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: