Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Ғинуар 2021, 11:28

Ҡатҡан икмәктән тәмлекәстәр

Яңы йыл табынында ризыҡтарҙың күплегенән хатта күҙҙәр ҡамаша. Икмәктең дә ниндәйе генә булмай. Бөгөн ҡатҡан икмәктән сухари, гренки киптереп, шәнгә, пицца, шарлотка бешереп ҡарайыҡ.

Сухари
Икмәкте шаҡмаҡлап турап, духовкала киптерергә була. Икмәк менән рәхәтләнеп ашарға була. Бынан тыш ит турағыстан үткәреп, панировка эшләргә мөмкин.
Шулай уҡ сухариҙы төрлө тәм менән эшләргә лә була:
Икмәкте 1 см ҙурлыҡта турайбыҙ. Унан һурпаны икмәк өҫтөнә ҡойоп, туралған йәшелсә һибәбеҙ ҙә микроволновкаға 3 минутҡа ҡуябыҙ. Унан һыуытабыҙ һәм йәнә лә 3 минутҡа ултыртабыҙ. Ошолай 3-4 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.
Бутерброд
Бының өсөн икмәкте аҡ май менән ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Эслек өсөн тоҙло һуғанды, туралған укропты, ҡаймаҡты ҡулланырға була. Шулай уҡ совет заманында популяр булған консервалағы балыҡты иҙеп тә, башҡа төрлө яратҡан эслектәр менән дә яһарға була.
Мини пицца
Эйе, яңылыш түгел. Ҡатҡан икмәктән пицца ла бешереп була. Тиҙ ҙә, тәмле лә килеп сыға.
Бының өсөн икмәк йә батон, колбаса, томат соусы, помидор йә татлы борос, һуған, сыр кәрәк була.
Колбасаны турайбыҙ, помидорҙы киҫәкләп, боросто шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырҙы уртаса ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуған ҡушырға теләһәгеҙ, алдан табала ҡурып алабыҙ.
Икмәк киҫәктәренә томат һөртәбеҙ ҙә өҫтөнә матур итеп эслекте теҙәбеҙ. Унан сыр һибеп сығабыҙ.
Әҙер пиццаны 180-200 градус эҫелектәге духовкала 15-20 минут бешерәбеҙ.
Картуфтан шәнгә
Был шәнгә өсөн дә икмәк йә батон кәрәк була. Бынан тыш картуф иҙмәһе, һөт, йоморта, ҡаймаҡ кәрәк.
Картуф иҙмәһе шыйығыраҡ булырға тейеш. Әгәр алдан артып ҡалған иҙмәне ҡулланырға уйлаһағыҙ, һөт менән шыйығайтып алығыҙ. Икмәкте 1,5-2 сантиметр ҡалынлыҡта ҡырҡабыҙ. Һәр киҫәкте һөткә манып алабыҙ ҙа еүеш яғ менән майланған табаға һалабыҙ. Әҙер киҫәктәр өҫтөнә 1 см ҡалынлыҡта картуф иҙмәһен һылайбыҙ. Шәнгәләрҙең өҫтөнә ҡаймаҡ менән туҡылған йомортҡа һөртәбеҙ.
Әҙер шәнгәләрҙе 180-200 градус эҫелектәге духовкала өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ.
Бәшмәк һәм картуф менән тултырылған батон
Бының өсөн батон, бәшмәк, картуф башлы һуған, 2 йомортҡа, үҫемлек майы кәрәк була.
Бәшмәкте турап табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуфты әрсеп, киҫәкләп турап, табала ҡура башлайбыҙ. Шул арала туралған һуғанды ҡушабыҙ. Әҙер картуфты бәшмәк менән бергә ҡушабыҙ.
Батонды арҡырыһына ҡырҡабыҙ, әммә китап һымаҡ итеп ҡалдырабыҙ. Эсендәге йомшаҡ икмәген һыҙырып алабыҙ һәм йомортҡа менән бутайбыҙ. Барыһын бергә (икмәк, картуф, бәшмәкте) ҡушып, батондың эсенә тултырабыҙ.
Тултырылған батонды 5 минутҡа духовкаға ултыртабыҙ. Йомортҡа бешһә, әҙер була.
Ҡайнатма менән икмәктән пудинг
Тәмле булған был десертты әҙерләү өсөн ингридиенттар һәр кемдең һыуытҡысында була. Икмәкте ҡырҡҡылағыҙ йә ваҡлап турағыҙ. Һөт менән аҡ майҙы йылытығыҙ. Батондың йә ҡатҡан икмәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, 5 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Табаны майлап, әҙерләнгән икмәкте теҙеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡайнатманан эслек ҡоябыҙ. Ҡыҙған духовкала 30-40 минут бешереп алабыҙ.
Батондан шарлотка
Әҙерләү өсөн батон, 4-5 алма, 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы аҡ май, шәкәр пудраһы, үҫемлек майы, панировка өсөн сухари кәрәк була.
Алманы шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм табала бер аҙ һыу ҡойоп бешереп алабыҙ. Шәкәр ҡушабыҙ, ул иреп бөткәс, май һалабыҙ. Батонды 1 см ҡалынлыҡта ҡырҡабыҙ һәм урталай ҡырҡабыҙ. Табаға май һөртәбеҙ ҙә панировка өсөн сухари һибәбеҙ. Төбөнә йомортҡа менән һөт ҡушылмаһына манып алынған батонды теҙәбеҙ. Уның өҫтөнә алманы һалабыҙ. Унан алма өҫтөнә йәнә лә батон теҙәбеҙ. Пирог өҫтөнә йомортҡалы иҙмәне ҡоябыҙ.
Әҙер пирогты 180 градуслы духовкала 30 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас һыуытабыҙ һәм өҫтөн шәкәр пудраһы менән биҙәйбеҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын.
Читайте нас: