Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
31 Декабря 2020, 21:00
Серле тәмләткес -- Янним
Корей халҡының серле тәмләткесе - Янним тураһында һөйләшеп алайыҡ. Әйткәндәй уны кибет кәштәләренән табып булмай. Шуға ла үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Тоҙҙо күп итеп һалып эшләнгән был тәмләткес йылдар буйы үҙ тәмен юғалтмай һаҡлана.
* 1 кг һарымһаҡ
* 600 гр әсе борос
* 400 гр ҡыҙыл болгар боросы
* 0,5 кг тоҙ
Һарымһаҡты ҡабығы ҡабығын әрсеүе еңел булһын өсөн төнгөлөккә һыуға һалып ҡуябыҙ. Әсе боросто орлоҡтарынан таҙартһаң да, шул килеш ҡалдырһаң да була. Кемгәлер орлоҡтар оҡшамай, кемдер орлоҡлоҡтар менән әсерәк була, тип уйлай.
Хәҙер инде эштең еңеле генә ҡалды. Ит турағыс аша бар ингридиенттарҙы үткәрәбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ һәм тоҙ һалабыҙ.
Бына эш тә тамам. Хәҙер инде стерилләнгән банкаларға тултыпып, ҡапҡастарын ябырға ғына ҡалды. Банкаларҙы ныҡ тултырмайбыҙ. Бер аҙ ваҡыттан һуң тоҙ иреп, борос-һарымһаҡлы ҡатнашма һутын сығарасаҡ.
Был корей тәмләткесе иммунитетты нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы үлтерә, холестиринды бөтөрә һ.б. тиҙәр.
Шулай ҙа янним тәмләткесен былай ғына, тәмле булған өсөн күптәр яратып өлгөрөр, тип уйлайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"