Һаҡмар
+4 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
31 Декабря 2020, 21:00
Сәтләүектән урама
Сәтләүектән урама ашағанығыҙ бармы? Бик тәмле, шулай бит! Әйҙәгеҙ, беҙ уны үҙебеҙ бешереп ҡарайыҡ.
Ингридиенттар:
Ҡамыр өсөн:
* 2 стакан он
* 0, 5 стакан шәкәр
* 50-100 грамм аҡ май йә маргарин
* 1 йомортҡа
* 4 аш ҡалағы ҡуйы магазин ҡаймағы
* 1/4 балғалаҡ тоҙ
* 1/4 балғалаҡ аш содаһы
Эслек өсөн:
* 1 стакан грек сәтләүеге
* 0,5 стакан шәкәр
* 2 аш ҡалағы бал
* 1/8 балғалаҡ корица
Ҡамыр өсөн бар ингридиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ һәм шәрбәтле ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ, бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итәбеҙ. Йоҡараҡ яғына бал һылайбыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр, онталған сәтләүек һибәбеҙ. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртәбеҙ.
Хәҙер инде урама формалаштырырға ҡалды. Уны йоҡараҡ яғынан башлайбыҙ. Әҙер ураманы майлы табаға урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишеп сығабыҙ.
Эҫе духовкала бешереп алабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"