Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Декабрь 2020, 00:07

Фикус

Был гөлдөң тылсымлы икәнен беләһегеҙме? Күп ауырыуҙарға дауа ул!

Фикус – тылсымлы гөлдәрҙең береһе. Бронхиттан яфаланғанда уның япрағын өҙөп алып ҡайнар һыуға тығалар һәм йүкә балы һөртөп, күкрәккә һалалар. Һуңынан йылы шәл менән ябынырға.
Уны шулай уҡ яман шешкә ҡаршы ла файҙаланалар. 2-3 япраҡтың ит үткәргес аша үткәреп, һутына бал ҡушырға. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡларға һәм бер аҙна буйы иртәнсәк һәм кис бер ҡалаҡ эсергә. Һуңынан 2 аҙна ял итеп, йәнә ҡабатларға.
Фикустан әҙерләнгән төнәтмә лә файҙалы. 2-3 япрағын алып 200 мл араҡыға һалып, 2 аҙна буйы һалҡын урында тоторға. Һуңынан 1 ҡалаҡ бал һәм 1 йомортҡа һарыһы ҡушып, болғатырға. Был бер курс дауаланыуға иҫәпләнгән. Шуны ла онотмағыҙ, был төнәтмәне 1 аҙнанан артыҡ һаҡларға ярамай.
Фикус шулай уҡ сиҡанға ҡаршы, радикулит, остеохондроз, артрит ауырыуҙарынан да ярҙам итә. Теш һыҙлауын баҫа. Теш тамырындағы кистаның эренен һурып ала. Ләкин һанап киткән был осраҡтарҙа төнәтмәне 1-2 тамсы ғына ҡулланырға кәңәш ителә. Сөнки ул бик тә көслө, яндырып ҡуйыуы ихтимал. Кем дә кем шикләнә, бер аҙ ҡайнап һыуытылған һыу ҙа өҫтәргә мөмкин.
Был алымдарҙы ҡулланыр алдынан, мотлаҡ врачтар менән кәңәшләшергә кәрәк. Һәр организм үҙенсәлекле икәнен онотмағыҙ.
Читайте нас: