Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Декабрь 2020, 21:45

Зәңгәр мәтрүшкә

Зәңгәр мәтрүшкә - хуш еҫле күп йыллыҡ үҫемлек. Уны күптәр ҡышҡылыҡҡа сәй эсергә, тип алып киптерә. Уны һабаҡлай һаҡлағанда файҙаһы...

Зәңгәр мәтрүшкә - хуш еҫле күп йыллыҡ үҫемлек. Уны күптәр ҡышҡылыҡҡа сәй эсергә, тип алып киптерә. Уны һабаҡлай һаҡлағанда файҙаһы – бер йылға, ваҡлап турап, банкаларға һалғанда 3 йылға тиклем етә.
Уның составында корвалол, аскорбин кислотаһы, дуплау матдәләре, эфир майы күп. Улар нервы ауырыуҙарына, ҡан баҫымы юғары булғанда ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа. Шулай уҡ баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә мәтрүшкә сәйен эсәләр. Ә инде теш һыҙлағанда уның сәскәһен сәйнәйҙәр.
Мәтрүшкәне косметикала ла файҙаланалар.
Читайте нас: