Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Декабрь 2020, 21:50

Лагман

Ял көндәрендә тәмлекәс бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлап алайыҡ әле.

Былау бешерә торған ҡаҙанға шыйыҡ май ҡыҙҙырып, 500 грамм самаһы туралған итте һалығыҙ.
Шулай уҡ 1 ҙур һуған, 2 уртаса кишер,1 болгар боросын һаламлап турайбыҙ.

Ҡыҙҙырылған ит янына йәшелсәләрҙе өҫтәйбеҙ. Өс ҡалаҡ томат пастаһы ҡушабыҙ. Артабан тоҙ, борос һалабыҙ ҙа, 0,7 литр самаһы һыу өҫтәйбеҙ. Ҡаҙан талғын утта 1 сәғәт тирәһе ултырғас, 3 картуфты шаҡмаклап турап һалырға. Ә был ваҡытта икенсе кәстрүлдә һыу ҡайнатығыҙ һәм туҡмасты бешерергә ҡуйығыҙ. Берәүҙәр әҙерен һатып ала, икенселәр “Роллтон”дың “Яичная лапша” тигәнен һайлай. Лагман өсөн тигән һалманы ла алырға мөмкин.
Был аш бик тәмле, бер әҙерләһәгеҙ, ғаилә ағзалары уны йыш һораясаҡ.

Тәрилкәгә тәүҙә туҡмасты һалып, өҫтөнә итле - йәшелсәле – картуфлы соусты ҡояһың. Йәшел тәмләткестәр һибеп, хатта ҡоротлап бирергә мөмкин.
Был ашты оло мәжлес өсөн әҙерләүе лә ҡыйын түгел.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: