Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Декабрь 2020, 13:31
Консерванан бәлеш
#Һаҡмар_рецептарӨйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ.Ингридиенттар: * 1 стакан ойоған һөт (кефир) * 1 йомортҡа * 1 стакан он* 1 балғалаҡ аш содаһы. Эслек өсөн:* 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә) * 2 бешкән йомортҡа* йәнегеҙ теләгән йәшелсә* 50 гр сыр.
Ингридиенттар:
* 1 стакан ойоған һөт (кефир)
* 1 йомортҡа
* 1 стакан он
* 1 балғалаҡ аш содаһы.
Эслек өсөн:
* 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә)
* 2 бешкән йомортҡа
* йәнегеҙ теләгән йәшелсә
* 50 гр сыр
Башта ҡамыр әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн кефир, йомортҡа, он, аш содаһын ҡушып бутайбыҙ ҙа майланған табаға ҡоябыҙ. Балыҡтың майын түгеп, үҙен сәнске менән иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған йәшелсә менән йомортҡаны ҡушабыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Эслекте һалған саҡта, таба ситенә еткермәйбеҙ.
Бәлеште ҡыҙҙырылған духовкаға 20 минутҡа ултыртабыҙ. Бешеп етмәгән бәлеште алып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә йәнә духовкаға ултыртабыҙ. 5 минуттан бәлеш әҙер. Уны берҙәй үк эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә рәхәтләнеп ашарға була.
Табынығыҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?