Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Декабрь 2020, 16:48

Бик тәмле сырлама

#Һаҡмар_рецептарыЙома үтеп барһа ла, май еҫе сығарып алайыҡ әле. Был сырламаны (пончикты) бер тапҡыр ашап ҡараған кеше уның тәмен онота алмаҫ.Сырлама өсөн һөт, йомортҡа, аҡ май, шәкәр, тоҙ, әсетке, он кәрәк була.

Ҡамыр өсөн: 500 мл һөт, 2 йомортҡа, 125 гр аҡ май йә маргарин, 2,5 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 балғалаҡ тоҙ, 1 бәләкәй пакетлы әсетке, 0,5 стакан йылы һыу, кәрәк булғансы он (ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш).
Әҙерләү барышы: һөттө йылы һыу менән ҡушып, йәнә лә бер аҙ йылытып алабыҙ ҙә өҫтөнә шәкәр, әсетке һалабыҙ. 15 минут тирәһе көтөп торабыҙ. Әсетке ҡабарып өҫкә ҡалҡып сығырға тейеш. Хәҙер инде бер-бер артлы йомортҡа, бүлмә температураһындағы аҡ май (иретергә лә мөмкин), тоҙ, ванилин өҫтәп туҡыйбыҙ. Ондо әҙ-әҙләп өҫтәп торабыҙ. Һуңынан ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.Унан 1,5 сәғәт тирәһе ваҡыт эсендә ҡамыр ҡалҡып сығырға тейеш.
Ҡамырҙы 1 см ҡалынлығында йәйәбеҙ, түңәрәкләп ҡырҡып сығабыҙ. Түңәрәктәр уртаса булһын (стакан ҙурыраҡ килеп сыға), уртаһын бәләкәйерәк түңәрәк менән тишер кәрәк. Унана сырламаларҙың ҡалҡҡанын көтәбеҙ.
Табала майҙы ҡыҙҙырып, сырламаларҙы бешереп алабыҙ. Ике яҡлап бешергәндән һуң артыҡ майын салфетка ярҙамында һеңдереп алабыҙ.
Әҙер сырламаның сит яғында аҡ һыҙат ҡала. Осло бысаҡ менән тишеп, үҙегеҙ теләгән эслек менән тултырырға мөмкин. Матурлыҡ өсөн Шәкәр пудраһын өҫтөнә һибергә мөмкин.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
фотоһүрәт сығанағы: https://vk.com/fit_kuh
Читайте нас: