Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Декабрь 2020, 13:57

Сырҙан бәлеш

Төшкө ашҡа йәһәт кенә сырҙан бәлеш бешерәйек. Бының өсөн ҡаймаҡ, майонез, сыр, он, бешкән кишер генә кәрәк була.

100 гр магазин ҡаймағы, 2 йомортҡа, 100 гр майонез, 100 гр ҡаты сыр, 1 иретелгән сыр, 100 гр он, 1 балғалаҡ разрыхлитель, тоҙ, ҙур булмаған бешкән кишер, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Сыр, кишер һәм сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡаймаҡты майонез һәм йомортҡа менән ҡушып, бутайбыҙ. Унан сыр, кишер, он, разрыхлитель өҫтәйбеҙ, май ҡоябыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер формаға фольга йә махсус ҡағыҙҙы түшәп, ҡамырҙы ҡоябыҙ һәм 180 градус эҫелектәге духовкала 40-45 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Бәлеште эҫе килеш ашайбыҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!
Фотоһүрәт сығанағы: https://sun9-50.userapi.com/impg/WceqkAPiDR7Jf0cZaA-eZ_RqWWkxf9WNoRNEvw/aBh8dikQIcg.jpg?size=705x537&quality=96&proxy=1&sign=e8b04c77f90b7dc35526eb088a2f818d
Читайте нас: